6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Иҡтисад // Финанстар

Дефолт... Дефолт Дефолт!
18.08.04


       Әллә ҡасанғы һәм бик үк ҡыҙыҡ булмаған көләмәсте хәтерл әйһегеҙҙер, моғайын. Тол ҡалған ир ҡатынының ҡәбере янында т ора. Ҡысҡырып илай: бер үҙем ҡалдым, бөтөнләй бер үҙем... Һә м ҡапыл һиҫкәнеп, үҙенән үҙе һорай - бер үҙем Бөтөнләй бер үҙем Артабан инде бейергә төшөп китә: Бер үҙем! Бөтөнләй бе р үҙем! Мәғәнә нимәлә - бер үк хәлгә төрлө яҡтан күҙ һалһаң,
       һығымталар ҙа төрлөсә буласаҡ.
       Бына 1998 йылдың 17 авгусындағы дефолт та бик күп шау - ш ыуға сәбәпсе булды. Миңә бер төркөм журналистар менән 1998 й ылдың октябрендә экс - премьер Сергей Кириенко саҡырыуы буйы нса Мәскәүҙә булырға тура килде. Ул бик ентекле итеп август ваҡиғаларынан алда нимә булғанын, башҡа сценарийҙар буйынса хәлдең нисек булыуы ихтималлығын аңлатып бирҙе. Ҡыҫҡаһы, уны
       тыңлағандан һуң еңел ҡотолғанбыҙ әле тигән ҡарарға килдек. Предприятиелар, шәхси эшҡыуарҙар, айырыуса долларға тауар һа тып алыусылар араһында зыян күреүселәр күп булды, әлбиттә. Мин бер нисә кешенән дефолтты нисек үткәреүҙәре тураһында һо раштым. Һәм бына ошондай тарихтар ишетергә тура килде.
       Иң яҡшыһы - Рәсәй һабыны
       - Мин ул август айын иҫләйем, әлбиттә. Зыян күреүем менән
       түгел, ә киң мәғлүмәт саралары ҡуптарған шау - шыу, урамда һөйләшеүҙәр буйынса хәтерҙ әҡалған. Ул ваҡыт төрлө сит ил хи мия тауарҙары, косметика - парфюмерияға хаҡ күтәрелде бит. К осметика менән файҙаланмайым, ә бына гигиена әйберҙәре һәр к емгә кәрәк. Мин ҡорт тотам, шуға күрә үҙебеҙҙең яҡшы һабынды
       ғына ҡулланам, ҡорттар төрлө еҫте яратмай. Бер һүҙ менән әй ткәндә, дефолттың миңә ҡағылышы булманы.Ышанаһығыҙмы - юҡмы,
       минең долларҙы ҡулымда тотоп ҡарағаным да юҡ (Валентина Гри горьева, пенсионер, умартасы).
       Ҡиммәтле ҡомлоҡ
       - Биржаларҙа уйнамаһам да иҫләйем мин ул көндө. Юғары бел емем булыуға ҡарамаҫтан финанс баҙары менән ҡыҙыҡһынмайым, ү ҙ пенсиям дарыуҙар алырға етә. Ваҡыты менән столяр эштәренә заказ бирәләр, мейес һалырға өйрәндем...
       Беренсе тапҡыр долларҙы мин 95 - се йылдың яҙында күрҙем.
       Ҡатыным менән беҙ ул ваҡытта ике бүлмәле фатирыбыҙҙы һатып бер бүлмәлене алырға, артҡан аҡсаға дача һалырға һөйләшкән и нек. Бөгөнгөләй иҫләйем, 45 миллионға һаттыҡ, һәр квадрат ме трын бер миллионға, 32 миллион һумға фатир таптыҡ. Иҫәпләшеү
       көнө килеп етте. Һатып алыусы миллиондар ҙа, долларҙар ҙа а лып килде. Иҫәп - хисап минең фатирымда бара. Мин бер үҙем, һатып алыусы ағаһы менән, әйткәндәй, ул минең балалыҡ дуҫым.
       Мин шикләнә төштөм, йәнәһе, нимәгә миңә сит ил аҡсаһы, ҡайҙ а алмаштырам мин уны. Дуҫым алырға өгөтләй, улар беҙҙең "аға с" аҡсанан ышаныслыраҡ, үкенмйәсәкһең, ти. Ризалаштым. Ҡаты ным мәктәптән ҡайтҡас кәрәкте бирҙе, әлбиттә.
       Фатир өсөн түләнек, төҙөлөшкә тигән аҡсабыҙ ышаныслы урын да йәшерелгән. Бер көнө ба - бах! 5500 торған доллар 3500 һу мға төшә. Өйҙә нимә булғанын әйтеп аңлатыуы ҡыйын. Саҡ ҡотол дом мин ул долларҙарҙан. Нигеҙҙе эшләгән әрмәндәргә түләнем,
       өс "КамАЗ" йылға ҡомо өсөн 100 доллар бирҙем. Хәҙер был "ҡи ммәтле ҡомлоҡта" ейәнсәрҙәрем уйнай ( Иван Алексеевич, пенси онер, 73 йәш).
       Өмөт булһа йәшәп була
       - Иң беренсе йомшаҡ мебель наборҙарын хәтерләйһегеҙме Ул ар Өфөлә етештерелә һәм "Надежда" тип атала ине. Бына шуны а лғым килә бит - диван һәм ике кәнәфи. Барыһы ла ала, ә мин к емдән кәм, йәнәһе. Аҡса йыя башланым, тик бер көнө ҡапыл хаҡ
       артты. Тағы йыйҙым, тағы артты. Артынан ҡыуып етеп булмай.
       Бер көнө комсомолға инмәй, 8 кластан фарцовка менән шөғөл ләнгән класташ ҡыҙым ҡунаҡҡа килде. Ошо Люська миңә доллар й ыйырға кәңәш итте лә инде. Мин уны тыңлап, "йәшел" аҡса йыя башланым.
       Һәм бына 98 - се йылдың авгусында долларға нимәлер булды, 6 һум илле тин ине, ҡапыл 10 һумдан да артып китте. Алмаштыр ыу пункттарына яҡын барырлыҡ түгел. Бер көнө түҙмәнем, эштән
       һорап киттем дә Һупайлы баҙарына барып долларҙарымды 17 һум
       илле тиндән һаттым һәм шунда уҡ матур ғына мебель алып ҡайт тым. Уны йыуырға ла ҡалды әле. Бына шулай, дефолттан файҙала нып ҡалдым мин ( Әлфиә Ҡобағошова, почтальон, 38 йәш)

Лилиә Зинова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал