6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Иҡтисад // Ауыл хужалығы

Уңыш өсөн "көрәш" ҡыҙыу бара
16.08.04


       Әле ауыл эшсәндәре өсөн иң ҡыҙыу ваҡыт - үҫтерелгән иген, ҡу ҙаҡлы культураларҙы юғалтыуһыҙ йыйып алырға, киләһе йыл уңыш ына орлоҡ һалып өлгөрөргә кәрәк. Ә һауа торошон күҙаллауҙарғ а килгәндә, уны ышаныслы тип әйтеп булмай - 27 авгусҡа тикле м һалҡын ямғырҙар вәғәҙә ителә. Төнөн термометр уғы 15 граду стан, ә көндөҙ 23 градустан да күтәрелмәйәсәк. Бер һүҙ менән
       әйткәндә, уңыш өсөн ысын мәғәнәһендә "көрәшергә" тура киләс әк.
       Ә бына йәйен һауа торошо республиканың бар райондарында л а игендең тигеҙ өлгөрөүенә булышлыҡ итте, бөгөнгө көндә Башҡ ортостан хужалыҡтары баҫыуҙарында уңыш йыйыу ҡыҙыу темпта ба ра. Шуға күрә комбайндар ҙа етмәй. Хужалыҡтар машина - техно логия станцияһының етештереү ҡеүәте беҙҙең машиналарға ҡарағ анда көслөрәк булған сит ил комбайндарына өмөт бағлағайны ла
       бит. Уларға ышанып ҡайһы бер райондарҙа етди ремонт талап и теүсе үҙ техникаларын хәстәрләргә "онотоп" ҡуйғандар. Шуға к үрә хужалыҡтарҙағы алты меңгә яҡын комбайндарҙың бары тик яр тыһынан саҡ ҡына күберәге баҫыуға сыға алған. Әйтәйек, Благо вар районында 122 комбайндың 69 - ы, Әлшәй һәм Ейәнсурала - парктың яртыһы, Күгәрсендә булған техниканың өстән бер өлөшө
       генә эшкә йәлеп ителгән.
       Әммә сит ил агрегаттары менән бар хужалыҡтар ҙа түгел, ә баҫыуҙарында яҡшы уңыш үҫтереүгә өлгәшкәндәр генә файҙалана аласаҡ.
       Республика буйынса барлығы 17 процент майҙанда уңыш йыйып
       алынған. Уртаса уңыш гектарынан 17,2 центнер булғанда, ярты
       миллион тонна ужым арышы, арпа һәм борсаҡ һуғып алынған.
       Ураҡ алдынғылары исеменә әлегә Мәләүез һәм Илеш райондар ы эшсәндәрен лайыҡ. Уларҙың һәр береһендә сәсеү майҙандарыны ң 30 процентынан уңыш йыйып алынған. Ауырғазы, Дүртөйлө, Стә рлетамаҡ, Туймазы, Ғафури, Ҡырмыҫҡалы, Нуриман, Саҡмағош һәм
       Шишмә игенселәре лә ҡалышмай - был райондарҙа майҙандың 25 процентынан уңыш йыйып алынған. Иген һәм ҡуҙаҡлы культуралар
       бары тик ун процент майҙанда йыйылған Әлшәй, Бөрө, Борай, Й әрмәкәй, Мишкә, Учалы райондары һиҙелерлек артта ҡала.
       Республика Йортонда үткән селектор кәңәшмәһендә ошо һәм б ашҡа һорауҙар тикшерелде. Уны Башҡортостан Республикаһы Хөкү мәте Премьер - министры Рафаэль Байдәүләтов алып барҙы. Унда
       ужым культураларын сәсеүгә айырыуса иғтибар бүленде. Киләһе
       уңышҡа нигеҙ һалыу аҙна элек башланды, сәсеү майҙанының 25 процентына ужым культуралары сәселгән дә инде. Әгәр Стәрлета маҡ, Дыуан, Көйөргәҙе райондарында майҙандың 40 - 75 процент ы сәселһә, Асҡын, Баҡалы, Бәләбәй, Бөрө, Борай, Ишембай, Ҡый ғы, Мишкә райондарында был эш бик аҡрын бара. Хәйер, был рай ондарҙың хакимиәт башлыҡтары әйтеүенсә, 25 авгусҡа ( был һуң ғы срок) ужым культураларын сәсеү тамамланасаҡ.
       Кәңәшмәлә шулай уҡ ужым культураһы орлоҡтары менән тәьмин ителеш, орлоҡ материалын яңыртыу, иген сифаты һәм башҡа һор ауҙар күтәрелде.

Ләйсән Хәйретдинова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал