6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Социум // Хаттар

Песковтан тағы бер автограф
16.08.04


       Эйе, бөгөн хаттар яҙыу - эпистоляр жанр моданан сыҡты. Хатта
       бөтөнләй юғалыу ҡурҡынысы аҫтында тора тиһәм дә хата булмаҫ . Компьютерлаштырыу, Интернет һәм кеҫә телефоны заманында ха ттар яҙыу һирәгәйҙе. Шылтыратыу, SMS - хәбәр йәки электрон х ат ебәреүе күпкә еңелерәк, әлбиттә. Әгәр ҙә инде хат яҙырға ҡарар итәбеҙ икән, уны тиҙ генә комьютерҙа йыйып алабыҙ (яҙы у маштнкалары ла юҡҡа сығып бөтөп бара). Өҫтәүенә бындай "ха ттың" хаталарын тикшереү ҙә кәрәкмәй, уны һинең өсөн компьют ер үҙе эшләй, "редактор текста" тигән программаны ҡуйыуың ет ә. Шулай итеп кешеләрҙе үҙ - ара тоташтырыусы ниндәйҙер ептә р өҙөлә...
       Ваыҡт үтеү менән миңә лә хат яҙыу ҡыйын бирелә. Йылдар да уамында хат алышҡан бер нисә генә кешем бар. Әммә уларға ла ваҡытында һәм тулы яуап биреп булмай. Ә бына хат алырға, айы рыуса көтөлмәгән хат алырға барыһы ла яраталыр, моғайын. Ошо
       көндәрҙә "Башинформ" агентлығына Мәскәүҙән "Комсомольская п равда" мөхәрририәтенән бер хат килеп төштө. Конвертта кире алресы булмаһа ла мин "Василий Песковтан!" тип уйланым.
       Дөрөҫөн генә әйткәндә, "БАШвестъ" гәзитендә быйылғы йылды ң 18 июнендә баҫылған мәҡәләмдең копияһын Василий Михайовичҡ а ебәргәндән һуң мин унан яуап көтә инем. Билдәле журналист , "Комсомолка"ның иң абруйлы авторҙарының береһенә арналған был хикәйә осраҡлы яҙылманы: әле генә уға "За заслуги перед Отечеством" ордены тапшырҙылар, һәм мин ошондай юл менән уны
       ҡотларға булдым.
       Василий Песковтың үҙ ҡулдары менән яуап яҙырға ваҡыт табы уы күңелде йылыта, әлбиттә. Был хаттан мин ошондай мәғлүмәт белдем: Песковтың компьютеры юҡ икән. Интернет менән файҙала нмай, хатта 70 йәшенә бүләк ителгән телевизор ҙа ҡабынан сығ арылмай тора. Быны аңлатыуы еңел: күренекле яҙыусы һәм журна листың ваҡыты юҡ. Үҙе әйтеүенсә, башҡа мөһим шөғөлдәре - уҡы у һәм сәйәхәттәргә лә ваҡыт етмәй ҡала әле.
       Хәҙер бына Песковтың тағы бер автографын ҡәҙерләп һаҡлаяс аҡмын.

Любовь Колоколова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал