6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Мәҙәниәт

Екатерина Спиридонова. 16.08.2004 1 Зөһрә Байбурина менән Владислав Мортазин йәйге концерттарын тамамланы
16.08.04


       Ошо көндәрҙә Башҡорт дәүләт филармонияһында Башҡортостан Рес публикаһының атҡаҙанған артисы Владислав Мортазин ойошторған
       "Йәйге кистәр"ҙең һуңғыһы үтте. Был "кис", башҡалары кеүек үк, тулы зал йыйҙы. Һуңғы концерт үҙенсәлеккә лә эйә булды:
       унда ҡатнашыу өсөн Шәйхзада Бабич исемендәге премия, халыҡ - ара конкурстар лауреаты, Юғары музыка мәктәбе профессоры (
       Милан, Италия) Зөһрә Байбурина саҡырылды. Программаның исем е ("Вокал һәм орган музыкаһы шедеврҙары") үҙен тулыһынса аҡл аны тиергә була. Тамашасы иғтибарына Иоганн Себастьян Бах, Г еорг - Фридрих Гендель, Джузеппе Верди кеүек бөйөк композито рҙарҙың әҫәрҙәре тәҡдим ителде.
       Зөһрә Байбурина менән Владислав Мортазин Европа кимәлендә ге профессионалдар. Ә Өфө - икеһенең дә тыуған яғы.
       Өфө сәнғәт училищеһы һәм институты сығарылыусыһы Зөһрә Ба йбурина Ингеборге Ванзер ( Австрия) һәм Ирина Архиповала (Мә скәү) уҡыған, "Вьоти - Вальсезия" (Варалло, Италия) Халыҡ - ара вокалистар конкурсында ҡатнашҡандан һуң йырсы ҡыҙ Милан Юғары музыка мәктәбенә саҡырыу ала. Әле ул ошо мәктәптә уҡыт а, мастер кластар алып бара.
       Владислав Мортазин Өфө дәүләт сәнғәт институтын һәм Мәскә ү дәүләт консерваторияһын тамамлағандан һуң Европала - Фран ция һәм Швейцарияла эшләй. Кремер, Сатмари, Гийу, Сакетти, Р адулеску, Дэшоссе кеүек билдәле музыканттарҙа стажировка үтә .

Концерты
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал