6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Социум

Лилиә Сәхәбүтдинова. 16.08.2004 1 Елдәй елсе, ҡара юрғам!
16.08.04


       Ҡара юрғаға атланып елдән етеҙ осҡоғоҙ киләме Был хыял ғына
       тиер бәғзеләр. Юҡ, был ҡулдан килә торған эш. Бары тик Мәжи т Ғафури исемендәге паркта урынлашҡан ат базаһына ғына барыр
       кәрәк. Ул инде һигеҙ йыл дауамында эшләп килә. Аттарҙы 17 е гет һәм ҡыҙҙар тәрбиәләй. Йәй ваҡытында улар парк буйлап бал аларҙы атҡа ултыртып йөрөтөп үҙҙәренә туңдырмалыҡ аҡса эшләй .
       Уларҙың иң олоһо Василий Канавин да буш ваҡытын аттарға бағышлай икән. Аттарҙы яратырға ҡустым өйрәтте, ти ул, хәҙер
       ул иртәнән кискә тиклем был аҡыллы хайуандар янында. Хәҙер
       бурысы ла арта төшкән - егет ололарҙы һәм балаларҙы атта пр офессиональ йөрөргә өйрәтә.
       Һыбай йөрөргә өйрәнергә теләүселәр бик күп, шуға күрә был
       мәктәп осраҡлы рәүештә генә барлыҡҡа килмәгән. Баш тренер Г еннадий Поленин менән, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, һөйләшергә тура кил мәне. Уның ҡарауы егет һәм ҡыҙҙар мине ҙур теләк менән аттар
       янына алып килде. Бында ун дүрт ат бар: ете шотланд пониһы,
       ҡалғандары, башлыса, башҡорт тоҡомло аттар. Аттарға исемде билдәле ҡағиҙәгә ярашлы ҡушалар - тәүге хәрефе атаһының, һуң ғыһы әсәһенең исеменең баш хәрефе булырға тейеш, мәҫәлән, Бө ркөт ҡушаматы Байназар менән Тигрицанан барлыҡҡа килгән.
       Паркта иң олоһо Моряк ҡушаматлы пони, яҙ көнө уға утыҙ й әш тулған. Бындай бәләкәй аттарҙа бары балалар һәм илле кило нан да артмаған өлкәндәр генә һыбай йөрөй ала. Профессиональ
       рәүештә һыбай йөрөргә өйрәнер өсөн "бейек" ат кәрәк, әлбитт ә. Тулы курс ике ай дауам итә. Тәүге күнекмәләр өсөн иҫке с порт костюмы (йыш ҡоларға тура киләсәк), кроссовки, спорт ша пкаһы һәм бәләкәй генә сыбыртҡы йә ботаҡ алып килергә ҡушыла . Әгәр былар барыһы ла әҙер икән, ике алтын ҡағиҙәне иҫегеҙҙ ә тотоғоҙ: түҙемле булығыҙ һәм бер ваҡытта ла аттан ҡурҡмағы ҙ.

Ял ваҡыты
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал