6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Социум // Мәғариф

Мәрхәмәтле булыу талантмы
16.08.04


       Тиҫтәләрсә йыл эшләгәндән һуң да табиб кешегә иң кәрәк һыҙат
       - мәрхәмәтлелек тойғоһон юғалтмаған врачтарға һоҡланам да, ғәжәпләнәм дә. "Ҡыҙыл" диплом да, оҫталыҡ та төп ролде уйнам ай бында, айырыуса ауырыу - бала кеше булһа.
       Мин был һүҙҙәрҙе һауанан алып яҙманым. Ах, был каникулдар ! Балаларҙың бер үҙен ҡалдырып китергә мәжбүрмен. Һәм бына э ш көнөнөң иң ҡыҙыу мәлендә өҫтәлемдәге телефон шылтырай. Ҡыҙ ым йәрәхәтләнгән. Мин өйгә табан йүгерҙем. Баламдың йөҙөндә ҡурҡыу тойғоһо, күҙ йәштәре... Күршемдең ҡото осҡан:"...үҙем
       алырға ҡурҡым шул...". Ҡыҙымдың бәләкәй генә тубығынан энә сығып тора, ебенә тиклем тире аҫтына инеп киткән...
       Ярҙам беҙгә 30 йыл эш стажы булған, тәжрибәле табиб Рәйе с Ғаяз улы Шайморатов йөҙөндә килде. Ҡәһәр һуҡҡыр энәне бик тиҙ һәм ауырттырмайынса тартып сығарыуҙан тыш, врач бына тиг ән психолог та булып сыҡты. Хәйер, был да балалар врачы өсөн
       иң кәрәк сифаттарҙың береһелер.
       Өфө ҡалаһында 4 - се балалар дауаханаһының йәрәхәттәрҙе д ауалау бүлеге тиҙҙән үҙенең 55 йәшен билдәләйәсәк, уға Зилар а Хатип ҡыҙы Гашимова етәкселек итә. Балалар пунктын 1975 йы лда хәҙер инде билдәле врач Валерий Юрьевич Шауло асҡан.
       Бөгөн бында барыһы 16 хеҙмәткәр эшләй. "Ҡыҙғаныс, әммә бе ҙҙә йәштәр оҙаҡ тормай, - тип күңелһеҙ йылмая Светлана Зөфә р ҡыҙы. - Уларҙы аңларға ла була. Беҙҙең эш хаҡы бик бәләкәй ". Көнөнә уртаса улар 40 - 50 бала ҡабул итә. Төшкө ашҡа туҡ тау тигән нимә юҡ тиһәң дә була. Һәр ваҡыт әҙер торорға тура
       килә, сөнки һәр минут коридорҙа бала илаған тауыш ишетелеүе
       ихтимал. Йыш мөрәжәғәт итеүсәләргә 11 - 14 йәш, Артабан ете , һигеҙ, туғыҙ, ун йәшлек тиктормаҫтар килә. Каникул ваҡытын да уларҙың һаны бермә бер арта... Врачтың оҫталығына һоҡланы у һүҙҙәремә Светлана Зөфәр ҡыҙы көлә:"Насар эшләргә ярамай б еҙгә. Улар балалар бит. Яратам мин уларҙы, шунһыҙ бында эшлә үе лә мөмкин түгел".

Жанна Ягодкина.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал