6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Социум // Мәғариф

Бәләкәстәр һаулыҡтарын һаҡлаясаҡ
18.08.03


       Уҡыу йылы башланыуға ваҡыт күп ҡалманы. Уға уҡыусылар ҙа, ул арҙың ата- әсәләре лә әҙерләнә. Һуңғылары хатта нығыраҡ та т улҡынлана торғандыр әле. Уларға бит балалары 1 сентябрь лине йкаһында үҙҙәрен башҡаларҙан кәм тоймаһын өсөн бөтә кәрәк әй берҙәрҙе һатып алып өлгөрөргә кәрәк. Ә мәктәп формаһынан тыш
       ручка - дәфтәрҙәр, ҡыҫҡаһы, уҡыу өсөн барлыҡ кәрәк - яраҡ а лырға тура килә.
       Мәктәпте тамамлауыма байтаҡ ваҡыт үтһә лә был бәхетле йылдар ҙы һағыныу тойғоһо кәмемәй. Йәйге каникулдарҙан һуң йөҙҙәре
       көлөп торған уҡытыусыларҙың, краска еҫтәре аңҡыған мәктәпт ең беҙҙе ҡаршы алғаны һаман хәтерҙә. Бөгөн республиканың бөтә мәктәптәрендә лә косметик ремонт, 80 процентында капиталь ремонт үткәрелгән.
       Бынан тыш 5245 урынлыҡ 27 мәктәп әле төҙөлөү стадияһында. Ул арҙың 11 - е үҙҙәренең 2150 уҡыусыһын ҡабул итергә әҙер. Бел орет районында ике мәктәп, Ғафури, Ейәнсура, Йылайыр, Ҡыйғы,
       Күгәрсен, Көйөргәҙе, Саҡмағош райондарында берәр мәктәп ҡул аныуға тапшырыу стадияһында. Салауат районының Әлке һәм Мала яҙ урта мәктәптәре уҡыусыларын бәхетле тип әйтергә була, был
       мәктәптәр 15 августа, уҡытыусылар кәңәшмәһенә асыласаҡ. Август кәңәшмәһенә килгәндә, Башҡортостан Республикаһының Мә ғариф министры Ғәлиә Мөхәмәтйәнова әйтеүенсә, ул быйыл мәғар иф хеҙмәткәрҙәренең яңы берләштерелгән составта йыйылыуҙары менән айырылып торасаҡ. Кәңәшмәлә мәғариф үҫеше һәм перспект иваларының мәктәпкә тиклем белем биреүҙән алып юғары уҡыу йо ртон тамамлағанға тиклемге баҫҡыстары иткшереләсәк."Оло педс овет"та Башҡортостан Президенты Мортаза Рәхимовтың, Дәүләт Й ыйылышы, Республика Хөкүмәте вәкилдәренең ҡатнашыуы көтөлә һ әм сараға айырыуса әһәмиәт өҫтәй. Һөйләшеүгә шулай уҡ дәүлә т комиттары, министрлыҡтар һәм ведомстволар, ҡала һәм район хакимиәттәре башлыҡтары саҡырыласаҡ. Кәңәшмәнең үҙенсәлеге Р әсәй һәм республикала мәғарифты модернизациялауҙың тәүге эта бы тамамланыуы менән бәйле. Иң тәүҙә был белем сифатына ҡағы ла.
       Әйтергә кәрәк, юғары белем алырға теләүселәр һаны йылдан йыл
       арта. Быйыл юғары уҡыу йорттарына 44300 абитуриент ғариза б иргән. Беренсе синыфҡа килеүселәр һаны ла аҙ түгел. Быйыл тә ү башлап парта артына 40 мең уҡыусы ултырасаҡ. Әйткәндәй, быйыл мәктәптәрҙә Белем көнө, 1 сентябрь, һаулыҡ темаһына арналасаҡ һәм "Сәләмәт тәндә -- сәләмәт рух" тип ат аласаҡ. Был девизға балалар байрам көнө генә түгел, ә ғүмер буйы тоғро ҡалыр тип ышанғы килә.

Лили? С?х?б?тдинова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал