6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Социум

Леонид Соколов. 16.08.2004 1 Механик Пестовтың яратҡан бесәйҙәре
16.08.04


       Слава Пестов менән беҙ бер ихатала үҫтек. Ул машиналар йүнәт еү буйынса оҫта. Оҫта һүҙен баш хәреф менән яҙһам да яңылышм аҫмын тип уйлайым.
       Дөрөҫөн әйткәндә, Слава самогон ҡыуыу аппаратынан алып ко смос карабына тиклем барыһын да йүнәтә ала торған кеше, әммә
       тегеһен дә, быныһын да уға тәҡдим иткәндәре юҡ әлегә. Ә тра нспорт йүнәтеүгә килгәндә инде, Славаның гаражында велосипед
       та, "Запорожец та, хатта "Мерседес" та табырға була. Славан ан да яҡшыраҡ итеп йүнәтеүсе юҡ икәнен уның клиенттары бик я ҡшы белә, мин үҙем дә быға бер нисә тапҡыр инандым.
       Ниндәй машинаға булһа ла диагноз ҡуйыу өсөн Пестовҡа бер нисә минут етә, һәм ул һәр ваҡыт дөрөҫ була, компьютерың бер
       яҡта торһон. Шуға күрә уның клиенттары ла етерлек. Тик мин бөгөн Слава тураһында оҫта булараҡ түгел, ә бик изге күңелле
       кеше булараҡ һөйләргә теләйем. Быға дәлил булып инде бер ни сә йыл дауамында уның гаражында йәшәүсе бесәйҙәр тора. Шул д а булған мал, ана бәғзе әҙәмдәр крокодил йә бегемот тота йор ттарында,тиер бәлки берәүҙәр. Уныһы шулай, әлбиттә, әммә Сла ва үҙенең бесәйҙәрен бер ниндәй крокодилға ла алмаштырмаясаҡ , сөнки уларҙан да тоғро хайуандарҙы осратыуы ҡыйын.
       Беренсе булып был гаражға Жулик ҡушаматлы бесәй килеп элә гә. Уны ҡойроғоноң ҙур өлөшө юҡлығынан танырға була. Ә бының
       тарихы ошолайыраҡ яңғырай. Бер көнө иртә яҙ менән Слава, ул
       уҡ Вячеслав Васильевич, урам буйлап китеп бара һәм ҡайҙанды р өҫтән бесәй мыяулаған тауышты ишетә. Уны башҡалар ҙа ишетм әй ҡалмай, әлбиттә, әммә бары тик Слава ғына уға ярҙам итерг ә туҡтала. Ҡараһа, ағастың иң башында бесәй балаһы ултыра һә м төшә алмай, ҡыҙғаныс итеп мыяулай. Оҙаҡ уйлап тормай, Слав а бәлтәһен сисә һәм ағас башына үрмәләй. Әммә бесәй балаһын тиҙ генә ала алмай ул, сөнки һуңғыһының ҡойроғо ағас ботағын а ҡуша туңған була. Ҡотҡарыу процесы барышында бесәй балаһын
       аҡыйынға тура килә, әлбиттә, әммә ергә төшкәс үк Слава бахы р йән эйәһен ветеринарға алып бара. Артабан инде бесәйгә өйҙ ә иң яҡшы шарттар тыуҙырыла. Әммә Жулик ни өсөндөр гаражда й әшәүҙе хуп күрә. Маша исемле бесәйбикәһе лә бар уның, ул да гаражда тора. Улар бер ваҡытта ла айырылышмай, Жулик Машкана н бер аҙым ҡалмай. Уларҙан тыуған бесәй балаларын Слава клие нттарына үҙе әйтмешләй "сдачаға" тарата.
       Күптән түгел Слава тағы бер бесәй балаһы табып алып ҡайтҡ ан. Уны Жулик менән Машка шунда уҡ ҡабул иткәндәр, ә хәҙер б ашта енгә оҡшаған бесәй балаһы матур бесәйгә әүерелгән...
       Бына шундай "ғаилә" көн күрә Вячеслав Пестовтың гаражында . Хужаларының һәр бер хәрәкәтен күҙәтә улар. Бесәйҙәренең үҙ
       - үҙен тотошонан Слава ниндәй клиент килеүен белә. Әгәр яҡш ы кеше булһа, өсөһө лә мырылдап аяҡ аҫтында урала, ә юҡ икән
       әле генә йөрөгән бесәйҙәр юҡҡа сыға. Ҡайһы ваҡыт уларға "и номарка" капоты өҫтөндә ятыу, хатта машинала йөрөү бәхете лә эләгә. Бесәйҙәр өсөн "шабашка" ла килеп сыҡҡылай, күршеләге
       балалар баҡсаһына сысҡан тоторға саҡыралар уларҙы.
       Бер тапҡыр Славаға бер аҙнаға юғалып торорға тура килә. Б есәйҙәр хужаларын һағынып, мыяулап хәлдән таялар. Ул төндә ҡ айтҡас иһә барыһы ла машина тауышына йүгерешеп киләләр һәм х ужа алып ҡайтҡан "Вискас" менән һыйланалар.

Хайуандар донъяһында
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал