6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Социум // Фән

Франция профессорҙары Шүлгән таш мәмерйәһендә һаҡланған һүрәттәрҙең торошон баһалай
06.08.04


       2 августа Башҡортостан Республикаһына билдәле француз ғал имдары, профессорҙар Жак Брюне менән Филипп Малоран килде. У ларҙың алыҫ сәфәренең маҡсаты - Рәсәй ғалимдары менән бергә
       Шүлгән таш ( Капово) мәмерйәһендә һаҡланған һүрәттәрҙе анал излау.
       Вертолет Шүлгән таш мәмерйәһе эргәһенә килеп төшөү менән биргән интервьюларында Жак Брюне һәм Филипп Малоран Франция ла ошондай уҡ һүрәттәр һаҡланған мәмерйә булыуын әйтте. Һәм беҙҙең бурыс - боронғо сәнғәт өлгөләрен киләсәк быуындар өсө н һаҡлап ҡалыу, тине профессорҙар. Ике мәмерйәләге һүрәттәр оҡшашлығы ( улар охра менәнтөшөрөлгән) уларҙы һаҡлау проблем алары ла бер төрлө тип уйларға мөмкинлек бирә.
       Шүлгән таш - Рәсәйҙә иң ҙур карст мәмерйәләренең береһе. Ә данды уға палеолит ваҡытынан һаҡланып ҡалған һүрәттәр алып
       килде. Бында иллеләп һүрәт һаҡланған. Мәмерйәлә мамонт, ат,
       бизон, төрлө символ һүрәттәре күрергә була. Беренсе ҡатта б оронғо кешеләрҙең йәшәгән урыны табылған. Бында йәшмә, тау г әлсәре, һөйәктән эшләнгән ҡорамалдар, йомшаҡ йәшел таштан эш ләнгән мунсаҡ, һәм, иң мөһиме, минераль буяу киҫәктәре, ул б уяуҙы әҙерләү өсөн һауыттар табылған. Улар һүрәттәрҙең йәшен
       билдәләргә мөмкинселек бирә: 14 мең йылдан ашыу!
       Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, һүрәттәрҙең бер өлөшө юҡҡа сыҡҡан да ин де. 60 - 70 - се йылдарҙа туристар залдарҙы яҡтыртыр өсөн фа келдар файҙаланған. Бынан тыш һүрәттәрҙең ныҡлығын ҡырып ҡар ап тикшереүселәр ҙә табылған.
       - Миҙгел эсендә мәмерйәлә уртаса биш - алты мең кеше булғ ан, - тип һөйләй Шүлгән таш ҡурсаулыҡ директоры Михаил Косар ев. - Мәмерйәгә инеүселәр һанын сикләр өсөн һүрәттәр күп бул ған урынын рәшәткә менән дә ҡаплап ҡараныҡ.
       - Хәл, дөрөҫөн әйткәндә, ултырып иларлыҡ, - тип ҡушыла уғ а профессор Юрий Ляхницкий. - Мәмерйәгә инеүҙе тыйып булмайҙ ыр, моғайын. Әммә былай барһа, беҙ боронғо кеше ҡалдырған иҫ тәлекте юғалтасаҡбыҙ.

Анатолий Пастухов.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал