6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Социум // Мәғариф

Роман Хәкимов. Беренсе уҡытыусы - икенсе әсәй
06.08.04


       Һәр кемдең күңелендә беренсе уҡытыусы онотолмаҫлыҡ иҫтәл ектәр ҡалдыра. Беренсе синыфҡа килгән бәләкәстәрҙе ата - әсә ләр тап уға ышанып ташыра. Уҡытыусы - икенсе әсәй тип юҡҡа ғ ына әйтмәйҙәр бит. Тәү башлап 39 - сы Өфө гимназияһына ингәс , мин 3 йыл буйына Вера Петровна Сомовала уҡыным. Уның уҡыт ыу алымдары башҡаларҙан айырыла ине. Инде университетта уҡығ ан сағымда уның дәресенә барып быға тағы бер тапҡыр инандым . - Дәресте уйын алымдары менән үткәреүҙе хуп күрәм мин, беҙ уйнап белеп алабыҙ һәм бының өсөн мин уҡыусыларға билдә ҡуймайым. .
       Вера Петровна әйтеүенсә, балаларҙы бөтөнләй билдә ҡуймайы нса уҡытыу күпкә еңелерәк һәм һөҙөмтәлерәк булыр ине...
       - "Бишле", "икеле" билдәләре булмаған факультативтарға уҡ ыусылар ҙур теләк менән йөрөй. Мин ҡаты тәртип яҡлы түгел. Күршеләре менән һөйләшмәйенсә, бер төрлө позала ултырып ҡына
       белем үҙләштереп булмай. Дәрестәремдә мин балаларға үҙ - ар а һөйләшергә рөхсәт итәм. Ҡайһы ваҡыт дәрестәреңдә тәртип юҡ
       тип әйтеүсәндәр.
       Вера Петровна айырым папкала грамоталар һаҡлай. Унда үҙен ә бирелгән Хөрмәт ҡағыҙары ғына түгел, уның уҡыусыларына бир елгәндәре лә етерлек. Ә уҡыусының ҡаҙаныштары - уҡытыусы эше нең иң беренсе күрһәткестәре.

06.08.2004
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал