6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Мәҙәниәт // Күргәҙмәләр

Мәләүездә Михаил Новиковтың фотокүргәҙмәһе асылды
06.08.04


       Рәсәй Федерацияһының Башҡортостан Республикаһы буйынса Юс тиция министрлығының матбуғат үҙәге начальнигы Михаил Новико втың күргәҙмәһе бер нисә бүлектән тора. Авторҙың Төнъяҡ Кавк азға командировкаһы чечен террорсыларына ҡаршы көрәшеүсе һал дат һәм офицерҙар тормошо тураһында фоторепортаж өсөн уникал ь материал биргән.
       - Тәүге фотоһүрәттәремде 12 йәшемдә төшөрҙөм. Ниндәйҙер ж урналдан ҡарап, фотоаппаратты ла үҙ ҡулдарым менән эшләнем, - тип һөйләй Михаил Николаевич.
       Бына шулай бик иртә һайлаған ул һөнәрен. Ә инде ВГИК- тың
       кинооператорҙар факультетын тамамғас, яратҡан эшенә йәне - тәне менән бирелә. Ун йыл дауамында Омск телевидениеһында эш ләй. Һәм бына күп йылдар беҙҙең республика менән бәйле, Башҡ ортостан буйынса кинохроника хәбәрсеһе булараҡ, Новиков барл ыҡ Советтар Союзын йөрөп сыға. Уның эштәре иҫәбендә ҡасандыр
       популяр булған "Советский Урал" киножурналдарына ингән 400 документаль фильм, 1000 - гә яҡын сюжет бар.
       - Яратҡан эшем менән шөғөлләнеүем бәхетле итә мине, - ти Рәсәй кинематографистар Союзы, БР фоторәссамдар Союзы ағзаһы
       Михаил Новиков. - Ә бөгөнгө фотокүргәҙмә Юстиция министрлығ ы системаһында дүрт йыл хеҙмәт итеүем хаҡында ижади отчет ул .

Виталий Чемляков.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал