6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Сәйәсәт // Армия һәм йәмғиәт

Өфөлә Бөтә Рәсәй хәрби йыйыны үтә
05.08.04


       2 - 4 сентябрҙә Өфөлә Бөтә Рәсәй хәрби уҡыу - методика йыйыны үтәсәк. Был етди сараға әҙерлек барышы тураһында респ убликаның хәрби комиссар урынбаҫары Илдус Гәрәев һөйләй:
       - Бындай юғары кимәлдәге хәрби йыйын тәүгә үткәрелә, тип әйтергә булыр ине. Унда республика һәм өлкәләрҙең вице - губ ернаторҙары, вице - премьерҙар, хәрби комиссарҙар, уларҙың у рынбаҫарҙары, буласаҡ һалдаттарҙың һаулығын тикшереү буйынса
       комиссия рәйестәре - барлығы 400 - гә яҡын кеше ҡатнашасаҡ.
       Йыйынды Генераль штаб начальнигы Юрий Балуевский үткәрәсәк.
       Был йыйындың ни тиклем әһәмиәтле булыуы хаҡында унда РФ Обо рона министры Сергей Иванов ҡатнашырға йыйыныуы һөйләй. "Йом атау" шифаханаһында беҙ буласаҡ һалдаттар - әлегә мәктәп уҡ ыусыларының үҙ һаулығын нығытыуын күрһәтәсәкбеҙ. Алкино ҡаса баһында йыйында ҡатнашыусылар уҡыусылар, студенттар хәрби әҙ ерлек үткән палаткалар ҡаласығы менән танышасаҡ. Йыйын үтәсә к төп урын булып республиканың армияға саҡырыу пункты торас аҡ. Әлеге ваҡытта унда ремонт - төҙөлөш эштәре бара. Беҙ үҙе беҙҙең пунктты бөтә илгә өлгө булырлыҡ итеп күрһәтергә планл аштырабыҙ.
       Бөтә Рәсәй хәрби йыйынын Башҡортостанда үткәрергә ҡарар и теү осраҡлы хәл түгел, әлбиттә. Беҙҙең республика йәштәрҙе
       хәрби - патриотик тәрбиәләү менән исем өсөн түгел, ә ысынла п шөғөлләнгән региондарҙың береһе булып тоар. Республиканың хәрби комиссариаты Оборона министрлығы тарафынан хәрби хеҙмә ткә саҡырыуҙы иң яҡшы ойоштороусы булараҡ билдәләнә. Беҙ был
       ҡаҙаныштар менән ғорурланабыҙ һәм алда торған йыйын был йәһ әттән эште тағы ла яҡшыртыр тигән ышаныстабыҙ.

Алик Шакиров.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал