6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Социум // Балалар

Денис Семенов Алла ярҙамында яңы тормош башланы
06.08.04


       Енәйәт эшенең көтөлмәгән боролош алыуы мине аптырашта ҡал дырҙы: зыян күреүселәр матди претензиянан баш тартты, шаһит ( ул енәйәтте ойоштороусы һәм ҡатнашыусы ла) ғәйепте тулыһын са үҙ өҫтөнә алды, прокурор Денисҡа язаның иң йомшағын бирҙе , ә ул тулыһынса үҙен ғәйепле тип таныны. Парадоксмы Әммә б ыл хәлде мин үҙ күҙҙәрем менән күрҙем.
       Денис Семенов ( исем - шәрифтәре үҙгәртелгән) Күмертау эр гәһендәге Марфо - Мариинск хәйриә йортонда ике йыл элек пәйҙ а була. Бында әсәһе менән Ҡаҙағстандан күсеп килә, фатирға т үләп торалар. Әммә баш ҡалала Семеновтарҙың тормошо бер ҙә а лға бармай. Быға аптырарға ла тура килмәй, сөнки Денистың әс әһе эскеләргә ярата, шуға күрә бер эш урынында ла оҙаҡҡа сыҙ амай. Фатирҙан ҡыуып сығарғас, төрлө таныштары буйлап йөрөйҙ әр. Денис ике йыл уҡыуын ҡалдыра. Ун дүрт йәштә биш класс ҡы на белеме бар уның. Бер заман Семеновтар Марфо - Мариинск хә йриә йортона килеп эләгә. Бында уларға оҡшай. Отец Виталий һ өйләй:
       - Бында килеп эләккәнгә тиклем Денис етешһеҙлектә йәшәгән , ябыҡ ҡына, ауырый ине. Матушка Марина ( заманында Мәскәү д әүләт университетында биолог һөнәренә уҡыған) малайҙы ҡарар ға тотондо. Дауаланы, һәр төрлө витаминдар алды, уколдар ҡаҙ аны. Денис нығынды, урындағы ауыл мәктәбендә уҡый башланы. О лолар менән бер рәттән эшләй торғайны, балаларҙы ҡарашты, бе ренсе ярҙамсыбыҙ булды. Әлбиттә, мәктәптә үҙен уңайһыҙ тоя и не ул, сөнки уның йәштәштәре ике синыф алда уҡый. Бер нисә т апҡыр мәктәптән китергә теләк белдереп тә ҡараны, әммә беҙ у ны өгөтләп, был уйынан кире ҡайтарҙыҡ.
       Ә бына Семенова беҙҙә йәшәй алманы, эсә, балаһына алама ө лгө күрһәтә башланы. Уның менән һөйләшеп, беҙҙең йорттан сығ ып китеүен һорарға тура килде.
       Бер көндө Денис Семеновты хәйриә йортонда уҡ ҡулға алалар . Баҡһаң, Кумертауға килеп эләгеүенә ярты йыл элек ул башҡа малайҙар менән эш боҙоп өлгөргән була. Малайлыҡ шаярыуы тип тә әйтер инең, тыуған мәктәбенә инеп тәм - том урлайҙар, бер
       нисә көндән "Запорожец" машинаһын алып ҡасалар. Дөрөҫ, ула р машинаны эшләтеп ебәрә лә алмайҙар, әммә барыбер ҡылған ҡы лыҡтары енәйәт эше асырға етә.
       Денистың оло дуҫтары малайҙы судҡа тиклем булһа ла иреккә
       сығарыуҙарын һорап нисә тупһа аша үткәндәрен бер нисә һүҙ м енән генә аңлатыуы ҡыйын. Был да килеп сыҡмағас, малай төрмә лә суд көтөп оҙаҡ ултырмаһын өсөн эште тиҙләтеүҙәрен үтенәл әр. Судҡа ла делегация менән киләләр, хәбәрсе саҡыралар. Ҡай һы бер ата - әсә лә бындай мәшәҡәткә әҙер түгел, ә бына Ден исҡа бөтөнләй сит кешеләр бер нимә алдында ла туҡтап ҡалмай. ..
       Хәйер, улар ғына түгел. "Запорожец" хужаһы, мәктәп дирекц ияһы кеүек үк, матди претензиянан баш тартты. Малайҙың адвок аты, үҙе лә дини кеше, Денисҡа бушлай ярҙам итергә булды.
       Денис Семенов үҙе насар кеше түгел, изге күңелле, асыҡ. Т ик бына, таныштары әйтеүенсә, йомшаҡ холоҡло. Малайҙар саҡыр ған, ә ул эйәргән дә киткән. Был юлы үҫмер тейешле һығымтала рға килер, тормош һабағы тип ышанғы килә.
       Октябрь район суды Денис Семеновты енәйәт ҡылыуҙа ғәйепле
       тип тапты һәм ҙур күләмдә штраф һалды. Әммә уның хәйриә йор тонда тороуы иҫәпкә алып, штраф түләүҙән азат иттеләр һәм су д залында уҡ иреккә сығарҙылар.

Людмила Кашапова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал