6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Социум // Яҙмыш

Район етәксеһенең яратҡан ҡатыны
03.08.04


       Мөхәббәт өсмөйөшө беҙҙең ысынбарлыҡта ябай, хатта йыш оср ай торған күренеш тип әйтергә булалыр, моғайын. Ул ел йәки ямғыр һымаҡ... Көтөлмәгәндә, бушлыҡтан барлыҡҡа килә.
       Һеҙҙең алда инде йәш булмаған, ошондай тыйылған мөхәббәт аша үтеп, үҙе өсөн билдәле һығымталар яһаған ҡатындың тарихы . "Мин иң матур ваҡытымды һиңә әрәм иттем!" тип битәрләй ҡай һы бер ҡатын ирен. Беҙ һөйләйәсәк ҡатын иһә йәшлек йылдарын сит иргә бағышлаған.
       Бындай мөхәббәт ғәҙәттә романтикаға бай була. Йәш ҡатын м енән өйләнгән, бай ирҙең мөнәсәбәте үҫмерҙәр мөхәббәте менән
       сағыштырғанда ла сағыуыраҡтыр, моғайын. Һуңғылары тормош пр озаһына йышыраҡ абына бит: яратҡаныңа самолет бүләк итәһең к илә, әммә трамвайҙа йөрөтөрлөк кенә мөмкинселеккә эйәһең, ре сторанға алып инер урынына паркта эскәмйәлә ултыртырға мәжбү рһең. Бер һүҙ менән әйткәндә күктәге йондоҙҙар һәм ҡайнар мө хәббәтең - бына һинең иң ҙур бүләгең. Ә инде тормошта үҙ уры нын тапҡан ир - егет һөйгәнен подъезд йә эскәмйәлә ултыртмая саҡ. Машинаны ул Алла һымаҡ йөрөтә, ә кисен инде һине роза с әскәләре һәм ресторан көтә. Һин үҙеңде ысынлап та яратылған ҡатын - ҡыҙ һымаҡ тояһың. Ә тарихтың аҙағы нисек һуң Әйҙәге ҙ Натальяның үҙенән һорайыҡ.
       Минең ҡаланың иң асыҡ еренә ҙур хәрефтәр менән: "Өйләнгән
       ирҙәр меәнн бәйләнмәгеҙ!" тип яҙып ҡуйғым килә. Сөнки ул кү ңел бушлығынан башҡа бер нимә лә алып килмәй. Әлбиттә был үҙ
       - үҙеңде юҡ итеүгә ҡарағанда яҡшыраҡ, яңғыҙлыҡтан да бер н и тиклем ярҙам итәлер... Ни тиһәң дә тере кеше бит ул - уның
       йылы ҡосағында ял итергә лә була.
       Тик яһалма бәхет был, яратҡан һымаҡһың, ул да һиңә мөхәбб әтен белдергәндәй. Ысын бәхет булһа, иртәгәһенә ул "яратмаға н" ҡатынына ҡайтып китмәҫ ине. Был ололарҙың щундай уйыны ул , ваҡыт булыуына ҡарап яратыу тип атала. Әйтәйек, һине шарша мбы көнө яраталар, һәм һин кәйефең, һаулығың, теләгең барлығ ына - юҡлығына ҡарамайынса, уға ла мөхәббәт менән яуапларға тейешһең. Әммә был ир кешегә бары тик үҙен ышаныслы тойор өс өн генә кәрәк. Һин түгел икән, урыныңа башҡа берәү була, һуң ынан тағы берәү...Бындай ирҙәр ҡатынының түҙемлеге шартлаған ға ҡәҙәр ғаиләһенән китмәй.
       Әгәр ҙә инде, ниһайәт, ул һиңә "бөтөнләйгә" килһә ( әгәр тием, сөнки ирҙәрҙең барыһы ла йөрөй, әммә бик аҙҙары ғаиләһ енән китә), ҡыуанысың оҙаҡҡа бармаясаҡ. Үҙе менән ул балалар ына ҡарата ғәйеп тойғоһон, выждан ғазаптарын, алама кәйефен,
       насар ғәҙәттәрен дә алып киләсәк. Был ғына булһа икән...Хәҙ ер инде ул һинән теге ғаиләһенә йөрөй башлаясаҡ. Һәм хәҙер и нде һиңә уйланырға сират етә - балалар менән йоҡо бүлмәһендә
       яттымы икән әллә элекке ҡатыны эргәһендәме...
       Ниңә мин быларҙы яҙам тиһегеҙме Мин ун йыл дауамында өйл әнгән ир менән осраштым, уның менән кеше араһына сыға торғай ным, ҡасан булһа ла өйләнешеребеҙгә ышана инем. Ул район ким әлендәге етәксе булды. Бүләктәр тулы машинала килеп төшә, фр анцуз хушбуйы тиһеңме, алтын балдаҡ тиһеңме...Тыуған көнөмә Мәскәү эргәһендәге шифаханаға йүнәлтмә бүләк итте... Һәм туҡ тауһыҙ мөхәббәт һүҙҙәре һөйләй ине. Әммә улы мнән ҡыҙын ташл ай алманы. Мин уның балалары үҫкәнен көттөм. Иптәш ҡыҙҙарыма
       уны " минеке" тип һөйләй инем: "Минеке борщ ярата" йәки "Ми некен Мәскәүгә ебәргәндәр". "Ирем" тип кенә өҫтәргә ҡалды. О шолай көтөп иң матур сағымды үткәрҙем.
       Һәм, ниһайәт, көткән көнөм килеп етте - ул миңә күсеп ки лде. Ауырыу, ҡарт ине инде ул. Төҫө уңған күҙҙәрен, пеләш ба шын күрмәҫкә тырыштым. Уның менән бергә табибтар буйлап йүге рҙем, алдағы тормошҡа пландар ҡорҙом. Тик ошондай хәлдә лә у ны миңә бөтөнләйгә бирмәнеләр. Өс йыл йәшәгәндән һуң, инде б ер нимә лә беҙҙе айырмаясаҡ тип уйлағанда, инде ҙур үҫкән б алалары менән ҡатыны килде һәм минең ғүмер буйы көткән иремд е ҡайтырға өгөтләй башланылар. Ул кейенде һәм сығып китте. Б улған мөхәббәт бына шул.

Елена Сергеева.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал