6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Иҡтисад // Финанстар

Автоматты еңеп булмай
03.08.04


       Арабыҙҙа бик күптәр азарт уйындар ҡоло. Казино тураһында һүҙ алып бармайбыҙ бөгөн, унда барырлыҡ аҡсалары бар икән, б ик шәп. Әлеге ваҡытта бик актуаль торған проблемаларҙың бере һенә әүерелгән уйын автоматтары хаҡында ине һүҙем.
       Эш түбәндә: 2004 йылдың 1 июленән алып Өфөлә уйын автомат тары урынлаштырыуҙың яңы тәртиптәре үҙ көсөнә инде. Башҡорто стандың аҙыҡ - түлек баҙары, сауҙа һорауҙары буйынса хакимиә т башлығы урынбаҫары Тамара Шамонина һүҙҙәренә ҡарағанда, ха кимиәттә барыһы ла үҫмерҙәрҙең, хатта пенсионерҙарҙың да ав томаттар менән мауығыуын белгәндән һуң башланды. Шул ваҡытта
       Өфөлә уйын автоматтарын нисек тә тәртипкә һалырға ҡарар ите лә. Яңы ҡағиҙәләр түбәндәгесә яңғырай:
       - уйын автоматтары махсус уйын залдарында ғына урынлаштыр ырылырға тейеш,
       - уйын залының майҙаны 500 квадрат метрҙан да кәм булырға
       тейеш түгел,
       - уйын залы һәр ваҡыт һаҡланырға тейеш,
       - Өфөлә эшләү өсөн уйын автоматтары хужалары Башҡортостан дың һалым органдарында теркәлеү үтергә тейеш,
       - 18 йәше тулмағандарға уйын залдарына инеү тыйыла,
       - медицина һәм мәғариф учреждениеларында, дини эшмәкәрлек
       менән шөғөлләнеүсе ойошмаларҙа, туҡланыу һәм хеҙмәтләндереү
       предприятиеларында уйын автоматтары урынлаштырыу тыйыла,
       - уйын автоматтары залы 18 йәшкә тиклемге балалар уҡыусы белем биреү учреждениеларынан 100 метрҙан да яҡыныраҡ урынла шырға тейеш түгел,
       - уйын залы торлаҡ йортта урынлашһа, ул 23.00 - гә тиклем
       генә эшләргә тейеш.
       Миңә ҡалһа, был ҡағиҙәләрҙең берҙән - бер етешһеҙлеге ула рҙың һуң ҡабул ителеүендә. Был ваҡыт эсендә күпме кеше үҙ аҡ саһын юғалтып өлгөрҙө. Шулай булһа ла был сикләүҙәрҙең ҡабул
       ителеүенә ҡыуанырға ҡала, әйткәндәй, Өфө Рәсәйҙә бындай тәр тип индерелгән берҙән - бер ҡала. Быға тиклем нисек ине һуң
       Ҡалала барлығы 2,5 мең тирәһе уйын автоматтары теркәлгән. У лар баҙарҙарҙа, магазиндарҙа, вокзалдарҙа ҡуйылған ине. Һәм тәүлек әйләнәһенә уны уратып йөрөүселәр кәмемәй. Кемдер бар ыһын да ота ( бик һирәк), кемдер булған аҡсаһын оттора ( бик
       йыш). Даими клиенттар булып башлыса йәштәр тора, ата - әсә биргән аҡсаға уйнайҙар, әлбиттә. Рәсми мәғлүмәттәр буйынса ғ ына ла айына уйын автоматтары туғыҙ миллиондан да кәм килем килтермәй.
       Хәҙер бер аҙ математикаға күсеп алайыҡ. Бер уйын автоматы 20 - 250 мең һум тора. Был аҡсаны кире ҡайтарыу һәм уйын биз несын артабан дауам итер өсөн күпме кәрәк Яуап: тотош стипе ндия, тотош эш хаҡы, тотош пенсия аҡсаһы. 1 июлгә тиклем дә шулай ине, 1 июлдән һуң да шулай буласаҡ.
       Әгәр һеҙ ҙә бәхеттегеҙҙе һынап ҡарарға булһағыҙ, белеп т ороғоҙ - төрлө төҫтәге лампочкалар менән биҙәлгән автомат һе ҙҙе мотлаҡ алдаясаҡ. Программаһы үҙгәртелмәгән автомат уйын сыларға отторған аҡсаның 85 процентың ҡайтарып бирергә тейеш . Әммә һәр ваҡыт ыңғай килеп тормай шул. Шуға күрә сираттағы
       аҡсаны автомат "тамағына" тығыр алдынан ныҡлап уйлағыҙ.

Роман Хәкимов.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал