6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Иҡтисад // Ауыл хужалығы

Ауыл кешеһенең "Мерседесы"
02.08.04


       Ауыл кешеһе тыумыштан практик булараҡ, һәр ваҡыт аҡса түг еүҙе кәметергә тырыша. Хатта совет ваҡытында, колхоз йә совх озда һөт тултырылған ике - өс феләкте лә "Кировецта" ташыған да, ауыл кешеһе, мотоциклын гаражында ҡалдырып, балыҡ тоторғ а велосипедта бара торғайны. Мәскәүҙә шәхси хужалыҡта мал то тоуҙы сикләү тураһында билдәле ҡарар сыҡҡас та башҡорт ауылд арында штрафҡа иҫтәре китмәйенсә, ат тотоуҙы дауам иттеләр. Ә нисек итеп унһыҙ һыйырға бесән килтерергә, ҡышҡылыҡҡа утын
       ташырға Урал аръяғында ат ул быуаттар буйлап килгән халыҡ йолаһы ла. Машина менән сағыштырғанда аттың ни тиклем әрһеҙе рәк һәм ышаныслыраҡ булыуы тураһында әйтергә лә түгел.
       Ауыл хужалығы министрлығынан алынған мәғлүмәттәргә ҡараға нда, 2004 йылдың башына Башҡортостанда 154 мең 400 ат иҫәплә нгән. Тик бары 62 мең 600 йылҡы малы ( 40,5 процент) хужалыҡ тарҙа, ҡалғаны шәхси секторҙа булған. Республикала булған й ылҡы малының 70 проценттан ашыуы Башҡорт Урал аръяғында тупл анған. Башҡортостан аттар һаны буйынса Рәсәйҙә беренсе урынд а тора.
       Беҙҙең яҡтарҙа был малҡайҙың төп бурысы - хужаһына трансп орт булып хеҙмәт итеү. Һуңғы ун йылда аттар һаны артыу менән
       бер рәттән ауылда эшһеҙлек проблемаһы ла кәмеүен оноторға я рамай. Ат булғас, уны егеү кәрәк - яраҡтары, арба - санаһыҙ ҙа булмай. Тимерсегә лә йомош төшмәй тормай. Шуға күрә Урал аръяғы райондарында артель тибында төҙөлгән, йылҡысылыҡты хе ҙмәтләндереүгә махсуслаштырылған ойошмалар барлыҡҡа килде л ә инде. Экономистар иҫәпләп сығарыуынса, ат тотоу ( ашатыу, арба, сана...) яңы "Жигули" хаҡының ике процентына ғына торо ш итә. Бынан тыш йылҡы малы бит - ҡолонсаҡ, ҡымыҙ, юғары сиф атлы ит тә.
       Үткән йылдың яҙ айында Баймаҡ районында эш сәфәре менән Г ерхард Айхенбергер булып киткәйне. Ул билдәле ғалим, Швейцар ияның "Транскарна" ит концерны вәкиле. Һүҙ ит етештереү өлкә һендә хеҙмәттәшлек тураһында барҙы.
       Башҡорт Урал аръяғы йылҡысылыҡты тергеҙеү һәм үҫтереү буй ынса Рәсәйҙә эталон булып тора. Быға бәйләп, 190 йыл элек ( 1814 йылдың беренсе мартында) рус армияһында башҡорт атсылар ының да Наполеонды тар- мар итеүҙә ҡатнашып, Парижға инеүҙәр ен иҫкә төшөрөп үтке килә. Тимәк йылҡысылыҡты үҫтереү - ул ата - бабаларыбыҙҙың хәрби данын онотмау тигән һүҙ.
       Башҡортосанда йылҡысылыҡты үҫтереү буйынса дәүләт програм маһы ҡабул ителде һәм уңышлы эшләп килә.

Анатолий Пастухов.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал