6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Хоҡуҡ // Енәйәтселек

Аҙ урлап та оҙаҡҡа ултырырға мөмкин
02.08.04


       Милиция хәбәрҙәрендә бурлыҡ осраҡтары тураһында ғәҙәттә мәғлүмәт күп була. Һәм уларҙы һәр ваҡыт профессиональ енәйәт селәр эше тип әйтеүе ҡыйын, йыш ҡына ябай йәш егеттәр, малай ҙар ҙа ҡулдары тик тормау арҡаһында милицияға эләгә. Закон б уйынса, бөгөн урланған әйберҙең хаҡы минималь хеҙмәт хаҡына торош итһә, енәйәт эше асырға була. Һәм бушлай "баш төҙәтеү"
       йә иһә "тамаҡ туйҙырыу" ниәте менән кеше кеҫәһенә инеүселәр
       рәшәткә артына барып та эләгеүҙәре ихтимал. Ә унда инде хол оҡ төҙәтеүҙәре бик икеле.
       Мәләүез ҡалаһында тәүлек әйләнәһенә эшләүсе "Славянка" ки окыһына бер егет килеп инә, кассанан ике мең аҡсаны ала һәм сығып та һыҙа. Еңел ҡотолдом тип уйлағандыр инде, әммә һатыу сы уның төҫ - ҡиәфәтен хәтерләп ҡала һәм милицияға хәбәр итә . Бер ни тиклем ваҡыттан бур тотола.
       Благовещенск ҡалаһындағы Першиндар урамында 16 йәшлек үҫм ер егетте талайҙар. Иртә менән бер ир кеше үҫмерҙең кеҫә тел ефонынан һөйләшеп торғанын күрә һәм уға бындай ҡиммәтле уйын сыҡ эйәһе булырға иртәрәк тигән ҡарарға килә. Ә уға тиҙ арал а баш төҙәтергә кәрәк. Әммә малай оҙаҡ уйлап тормай, милиция ға юл тота һәм үҙ милкен кире ҡайтарыуға өлгәшә.
       Белоретта 20 йәшлек егеттәр "Глория - Джинс" магазинынан 800 һумдан ашыу торған курка урлап алып сыға. Алмашлап кейеп
       йөрөргә уйламайҙар инде, һатып аҡса эшләргә була пландары. Ә хәҙер инде суд ҡарарын көтөргә ҡала.
       Өфөнөң Совет районында Бәләбәй кешеһе "Панасоник" радиоте лефонын урлай. Бик файҙалы һәм ҡиммәтле әйбер. Тик бына егет
       үҙ ҡалаһына тиҙ генә ҡайта алмаҫ әле ул.
       Был "геройҙарҙың" береһе лә ҡулдарын кеше әйберенә һуҙған да енәйәт эшләйем тип уйламаған, әлбиттә. Әммә закондарҙы бе лмәү, билдәле булыуынса, яуаплылыҡтан ҡотҡармай.

Ирина Варламова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал