6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Сәйәсәт // Армия һәм йәмғиәт

Хәрби - патриотик клубтар: ҡыҙыу нөктәләрҙә булғандарҙы мораль яҡлау һәм йәштәрҙе тәрбиәләү
02.08.04


       СССР тарҡалыу менән халыҡтар берлеге юҡҡа сыҡты, илебеҙ территорияһында унар йыллап быҫҡып ятҡан милли конфликттар ү ҙен һиҙҙерә башланы. Ҡан ҡойошҡа йәлеп ителеүселәр ҙә артҡан дан арта бара. Һуғыш тураһында ата - олаталарынан ишетеп кен ә белеүсе йәш малайҙарҙы дәүләт ошо һуғыштың тамағына илтеп тыҡты. Егеттәрҙең бик күптәре кемгә ҡаршы көрәшеүен дә аңлап
       , мөхәббәтен дә табып өлгөрмәйсә һәләк булды, ҡайһылары им гәнеп ҡайтты. Ә күңел яраларына килгәндә инде, улар бер ваҡы тта ла бөтәшмәҫтәй. Һуғышырға өйрәнгән егеттәрҙең ҡайһы берҙ әре "гражданка" тыныслығында үҙен таба алмай, кире һуғыш хәр әкәттәре барған ергә китте, йә иһә эсеү йә наркотиктар ҡолон а әйләнде, енәйәтселек юлына баҫты. Уларҙы аңларға була, дәү ләт һуғышҡа ебәрҙе лә онотто, егеттәрҙең артабанғы яҙмышы ун ы борсомай.
       Һөҙөмтәлә иғлан ителмәгән һуғыш һалдаттарының исемдәре кр иминаль тарихтарҙа йыш күренә башланы. Был иһә төрлө төбәктә рҙә һуғыштан ҡайтыусы егеттәргә тыныс тормошта үҙ урынын таб ырға ярҙам итеүсе хәрби - патриотик клубтар барлыҡҡа килтерҙ е. Башлыса уларҙы шул уҡ һуғыштан ҡайтҡан хәрбиҙәр етәкләй. Афғанстан һәм Чечнянан ҡайтҡандарҙың да шундай уҡ ойошмалары
       бар. Уларҙы моряктар, сик һаҡсылары, десант ғәскәрҙәрендә х еҙмәт итеүселәр төҙөгән. Уларҙы хәрби дуҫлыҡ берләштерә. Бын дай клубтарҙың ҡайһы берҙәре ассоциациялар, союздар төҙөй.
       Башҡортостанда 2001 йылдың апрелендә ВДВ ветерандары ассо циацияһы төҙөлгәйне, ул Өфөнөң барлыҡ хәрби - патриотик клуб тары менән бергә эшләй, Ишембай, Баймаҡ, Сибай, Межгорье ҡал аларында, Мишкә һәм Краснокама райондарында үҙ вәкиллектәрен
       булдырған. Ассоциация рәйесе Марат Әҙеһәмовтың һүҙҙәренә ҡа рағанда, клубтарҙа йәштәр менән ҙур эш алып барыла. Армиянан
       ҡайтыусыларға тыныс тормошҡа өйрәнергә, уҡырға инергә һ. б.
       ярҙам ителә.

Владимир Шакиев.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал