6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Социум // Балалар

Үҫмер күңеле быялалай
02.08.04


       Балаларҙы нисек тәрбиәләргә Ул бәләкәй ваҡытта барыһы ла
       бик ябай һымаҡ. Иң мөһиме бала ауырымаһын, яҡшы итеп ашаһын , шат күңелле булһын. Һәм бына инде ул үҙе кейенә башланы, т әүге тапҡыр тәрилкәһен йыуып ҡуйҙы, иҙән һепереште. Бына бер енсе синыфта уҡыған Юля магазиндан икмәк һәм һөт алып ҡайтып
       килә, "ярҙамсым минең", - тип башынан һыйпай әсәһе һәм ҡыҙы ның тиҙерәк үҫеп етеүен теләй. Сөнки уның ҡыҙы һис һүҙһеҙ эш сән, тыңлаусан, аҡыллы буласаҡ тип уйлай әсә кеше.
       Юлькаға 13 йәш тулғас, өйҙә уның дуҫтары йыйыла, әсә кеше
       торттар бешерә һәм ҡыҙының ошо йәшенән алып проблемалар баш ланыуын күҙ алдына ла килтермәй. Әйткәндәй, уларҙың ғаиләһен ә ҡара төҫтәге бесәй балаһы йәшәй. Бик ҡырағай һәм уҫал, тыр нарға, тешләп алырға ла күп һорамай, әммә Юля уны бик ярата.
       Һәм үҙе лә холҡо менән ошо бесәй балаһына оҡшай бара, ҡырағ айлана, ҡаршы өндәшә башлай, бер һүҙ менән үҫмерлек осорона
       аяҡ баҫа.
       "Хоҙайым, ошо бит - күҙен буяған, уҫал ҡарашлы ҡыҙ минең баламмы" - Лиядия Петровна дискотекаға әҙерләнгән Юляға апт ырап ҡарай.
       Сағыу косметика йәш ҡыҙҙың битенә балсыҡ кеүек һыланған, юбка... тиһәң, хәтере ҡалыр, ә аяҡтары бейек платформа үксәл ә көскә атлаған кеүек. Ололарҙың һәр бер һүҙенә Юля тупаҫ ит еп яуап бирә. Әсәһенә бер нимә лә белмәгән, йәштәрҙе бөтөнлә й аңламаған, аҡса эшләргә өйрәнмәгән кеше итеп ҡарай. Элек " биш" билдәләре генә булған көндәлек хәҙер бөтөнләй тултырылм ай. Юлькаға "барыбер", ә Лидия Петровна класс йыйылышында оя тынан үлергә әҙер. Һәм баштарын эйгән башҡа ата - әсәләрҙе к үреп, бындай бәлә уның бер үҙендә генә түгеллеген аңлай.
       Лидия Петровна бала тәрбиәләү тураһында бик күп китаптар уҡыған, әммә ҡасандыр уның үҙ әсәһе әйтмешләй, "Бала тәрбиәл әү тураһында үҙ балалары булмағандар ғына яҙа". Радикаль алы м яҡлыларҙы тыңлап, Лидия Петровна Юляға бер тапҡыр һуҡҡаны ла булды. Ҡыҙыулыҡтан түгел, тәрбиә маҡсатында. Быға яуап ит еп ҡыҙы "Аҫылынам!" тип ҡысҡырҙы ла сығып китте. Бер сәғәтт ән артыҡ әсә Юля аҡылына килеп ҡайтыр тип көттө. Бер аҙҙан о шолай уҡ әсәһе менән талашҡандан һуң бер малайҙың ысынлап та
       аҫылынғаны иҫенә төшөп, төн уртаһында Юляны эҙләп сығып кит те. Иртәнгә тиклем подъездар буйлап ҡыҙын эҙләне ул. Әммә ир тәнсәк тә ҡыҙы ҡайтманы. Төш ваҡытында ғына Лидия Петровна у ның иҫән - һау икәнлеген, дуҫ ҡыҙында ҡуныуын белде. Шым ғын а атлап өйөнә ингән ҡыҙына әсә бер һүҙ ҙә өндәшмәне, әммә ик енсе юлы Юля "Аҫылынам!" тип әсәһен ҡурҡытмаҡсы булғас, "Мин
       дә аҫылынам, икәүләп аҫылынабыҙ инде улай булғас" тип яуап бирҙе.
       Ҡыҙы 13 йәштән 16 йәшкә тиклем еткәнсе Лидия Петровна был
       ваҡыт арауығында иң мөһиме - асыуыңды тышҡа сығармайынса тү ҙергә, ҡыҙыңа ҡаршы түгел, уның яҡлы булырға кәрәк икәелеген аңланы. Үҫмерҙең ҡыланыштарын аңлауы еңел түгел, әлбиттә, ә ммә был уның был йәштә үҙ үҙен дә аңламауы, ә агрессия юлы менән бар донъянан һаҡланыуын белергә кәрәк.
       Бөгөн Юля ысынлап та үҫмер йәшенән сығып килә. Лидия Петр овна ҡыҙының һәр нимәгә үҙ фекере булыуы, хеҙмәт яратыуы, а ҡылы китаптар уҡыуына ысын күңелдән шат. Юляның дуҫтары ла е терлек.

Лена Сергеева.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал