6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Хоҡуҡ

Екатерина Вахмянина. 30.07.2004 1 Пассажирҙар өсөн көрәш көсәйә
30.07.04


       Маршрут таксиҙары бөгөн башҡалала иң популяр транспорт тө рө тиһәм, яңылышмам, моғайын. Көн дә урамдарға йөҙләгән авт обустар сыға. Кәрәкле лицензия юллап алғандан һуң үҙҙәренә а ҡса эшләргә сыҡҡан шәхси эшҡыуарҙар ҙа етерлек. Улар дәүләт ҡаҙнаһына һалым түләй, әлбиттә. Ләкин уларҙың башына ла бәлә
       табыла - бер "аҡыллы" егет ниндәй алымдар менән булһа ла бы л маршруткаларҙың хужаларын үҙ усына йыйып, монополия яһамаҡ сы була. Бер һүҙ менән әйткәндә, ирекле - мәжбүри нигеҙҙә ин де.
       Ҡаланың килемле маршруттары өсөн ниндәй ҡаты көрәш барыуы
       тураһында пассажирҙар һиҙмәйҙер ҙә, моғайын. Ә был көрәш ха тта Уголовный кодекс сиктәренән дә сығып китә. Мәҫәлән, респ убликаның Эске эштәр министрлығының шәхси хәүефһеҙлек идарал ығы хеҙмәткәрҙәре пасажирҙар ташыу менән шөғөлләнгән шәхси т ранспорт фирмаһы хеҙмәткәрен ҡулға алды. 30 йәшлек өфөлө ҡур ҡытыу алымы менән 209 - сы автобус маршрутын шәхси предприя тиеһы контроленә буйһондорорға маташыуҙа ғәйепләнә.
       Талаусы пассажирҙар өсөн көрәште автобустарҙың һуңғы туҡт алышында башлаған. Тикшереү барышында асыҡланыуынса, әлеге р экетир директор урынбаҫары вазифаһын башҡарған фирма исемен
       алмаштырған икән. Был уларға маршруттарға күберәк лицензия
       алырға мөмкинселек бирер тип уйлағандарҙыр инде эшҡыуарҙар.
       Шул уҡ ваҡытта криминаль алымдарҙы ла асыҡ рәүештә эшкә ҡуш а улар. Бына транспорт фирмаһы контролеры һәм маршрут автобу сы водителе араһындағы һөйләшеүҙең диктофонға яҙылған бер ө лөшө:
       - Был тиклем аҡса түләргә йыйынмайбыҙ беҙ, - ти водитель.
       - Аңлайым. Мин бит һиңә әйттем, түләмә. Башҡа фирмаға эшк ә бар, - тип яуаплай әңгәмәсе.
       - Минең бында эшләгем килә.
       - Бында һин түләйәсәкһең! Мин һиңә һуңғы һүҙемде әйттем: Бында эшләһәң, түләйәсәһең. Юҡ Бар, теләһәң ҡайҙан эш эҙлә!
       - Мин бит үҙем өсөн эшләйем. Һалымдарҙы түләйем.
       - Түлә, фирмаға ин дә, фирмала эшлә.
       Оперативниктар асыҡлауынса, бер юлы ике шәхси фирма вәкил е булып торған был егет ошондай ҡаты шарттарҙы башҡа водител дәргә лә ҡуйған. Тик маршрутка хужаларының бик аҙы ғына йәш рэкетирға ҡаршы сығырға баҙнат иткән.
       Ә инде буйһонорға яратмаған водитель менән талаусының кил әһе осрашыуын оперативниктар күҙ уңынан ысҡындырмай. Шофер т ағы ла түләүҙән баш тартҡас, тегеһе ҡурҡытырға тотона.
       - Нимә эшләйәсәкһегеҙ һуң Үлтермәйһегеҙ бит инде барыбер .
       - Көн һайын берәр һөйәгеңде һындырып ҡайтарасаҡбыҙ.
       Ҡулға алыныр алдынан текә коммерсанттың әйткән һуңғы һүҙҙ әре ошо булды.
       Әлеге ваҡытта оперативник һәм тәфтишселәр ҡулға алыныусын ың ғәйебен раҫлаусы факттарҙы йыйыуын дауам итә. Октябрь рай онының Эске эштәр бүлегенә был турала ғариза менән өс маршру т автобусы водителе килде лә инде.

Конфликттар
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал