6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Иҡтисад // Эшҡыуарлыҡ

Трамвайҙа ла күңелле ял итеп була икән!
26.07.04


       Ҡала халҡының көндәлек тормошонда ныҡлы урын биләгән трам айҙы транспорт төрө тип күреп өйрәнгәнбеҙ. Күптән түгел башҡ алабыҙҙа тәгәрмәсле кафе ла барлыҡҡа килде. Ул ябай трамай, әлбиттә, әммә теләүселәргә бик күп күңелле минуттар, йә сәғә ттәр бүләк итергә һәләтле. Әлегә Өфөлә Зорин исемендәге трам вай депоһында бер генә трамвай - кафе эшләй, уның хужаһы - э шҡыуар Ирек Арыҫланов. Трамвайҙа йыйнаҡ ҡына өҫтәл һәм ултыр ғыстар, артҡы майҙансығында аш - һыу бүлмәһе һәм бар урынлаш ҡан. Бәҙрәфе лә бар.
       Бистрола яҡшы команда йыйылған. Аш - һыу оҫтаһы Елена тел еңде йоторлоҡ тәм - томдар әҙерләй, бухгалтер Анна үҙ өҫтөнә
       официантка вазифаһын да алған. Юл ыңғайында кофе эсеү хәүеф ле күренеш, өҫтөңә түгелеүе мөмкин тип уйлаһағыҙ, быға Ирек Әсәҙулла улы: "Беҙҙең водитель үҙ эшенең оҫтаһы" , - тип яуа плай. Вагондың тиҙлеге лә сәғәтенә өс километрҙан да артмай,
       был йәйәү йөрөгәндән дә аҡрыныраҡ.
       Ғәҙәти булмаған бистро Өфө урамдары буйлап көн аша, тәүл ектең ҡараңғы ваҡытында - электротранспорт туҡтағас, йәғин т өнгө 12 - нән сәғәт иртәнге 5 - 6 - ларға тиклем йөрөй. "Йәш ел сауҡалыҡтан" сығып "Ҡурсаҡ театры" туҡталышына йүнәлә. Кө ндөҙ кафе - трамвай депола, ә 15. 00 - дән төнгө 12 - гә ҡәҙ әр "Йәшел сауҡалыҡ"та тора. Бында ла бик күңелле итеп ваҡыт
       үткәрергә - тәмле итеп ашап - эсергә, караокеға ҡушылып йы рларға, бейергә - була. Тик бына кафела тартырға рөхсәт ите лмәй, был аңлашыла ла, бында йыш ҡына бәләкәй балалар менән дә киләләр.
       Әммә кафеға иң теләп килеүселәр - йәштәр, әлбиттә.
       _ Был трамвай - супер! - тип һоҡлана БДУ студенткаһы Анна . - Беҙ бында онотолмаҫлыҡ төн үткәрҙек.
       - Тәгәрмәсле кафе тураһында һуң белдек, - тип бошона Мәск әү ҡунаҡтары Геша менән Сергей. - Әммә бында үткәргән сәғәтт әр онотолмаясаҡ. Хеҙмәтләндереү кимәле бик юғары.
       - Төндә урам буйлап, гитарала уйнап йөрөй инек. Асыҡтырҙы , ә ресторанға инергә аҡса күп түгел, - тип һөйләй Марат мен ән Артур. - Ҡараһаҡ, кафе - трамфай килә. Бутерброд ашап там аҡ туйҙырҙыҡ, ваҡыт та бик күңелле үтте.
       Респонденттарҙың күбеһен трамвай - кафе ҡышын да эшләрме икән тигән һорау ҡыҙыҡһындыра. Борсолмағыҙ: эшләйәсәк. Салан да температура 20 - 23 тирәһе буласаҡ, уңайлылыҡ өсөн гардер об эшләй башлаясаҡ.

Лилиә Сәхәбүтдинова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал