6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Хоҡуҡ // Енәйәтселек

Алыпһатарҙар тоҙағына эләкмәгеҙ
26.07.04


       "Бер тапҡыр һөткә бешһәң, һыуыҡ һыуҙы ла өрөп эсерһең" ти
       аҡыллы баштар. Булды ти. Сегән халҡының һәр төрлө алдауҙарғ а һәләтлеге инде бәләкәй балаларға ла билдәле тип әйтергә бу ла. Әммә сегән коммерсанттарының "отошло" тәҡдимдәренә ышаны усылар әле лә табыла. Мәҫәлән, күптән түгел, Өфө буйлап сегә н ҡатындары башҡарыуында бер үк төрлө афералар булып үтте.
       БР Эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәтендә хәбәр ит еүҙәренсә, әйтелгән күсмә халыҡ вәкилдәре ялған бал һатыуҙы ағымға ҡуйған. Ышаныусан өфөлөләргә һыуға шәкәр ҡушып эшләнг ән "бал"дың бер банкаһы 250 һумға төшкән. Алдаҡсыларҙың ҡор бандары башлыса пенсионерҙар. Мәҫәлән 70 йәшлек өфөлө ҡатыны н ҡыуандырырға булып тәмле бал һатып алмаҡсы булған. Совет р айоны эске эштәр бүлеге хеҙмәткәре Алексей Киреев һөйләүенсә , ҡарт йәшергән аҡсаһын "һатыусылар" алдында сығарып, "Әбейе м балды бик ярата" тип һөйләнә - һөйләнә түләй. Сегән ҡатыны
       иһә банка урынына буш банка биреүҙәрен һорай. Ҡарт кухняға сыҡҡас, билдәле, аҡсанан да, ҡараҡтарҙан да елдәр иҫә.
       Бер нисә көндән Новиковка микрорайонында ике сегән ҡатыны
       пәйҙа була. Беренсе булып уларға подъезд алдында ултырыусы пенсионерҙар иғтибар итә. Бер - ике минуттан Совет районы эс ке эштәр бүлегендә телефон шылтырай һәм шикле ҡатындар ҡулға
       алына. Улар, асыҡланыуынса, Ставрополдән килгән. Ҡатындарҙы ң сумкаһындағы продукт экспертизаға ебәрелә һәм уның тупаҫ р әүештә әҙерләнгән ялған бал булыуы асыҡлана. Уны әҙерләү рец епты бик ябай: ҙур һауытҡа һыу һалына, уға шәкәр һәм лимон к ислотаһы, йүкә сәскәһе экстракты өҫтәлә, бер нисә сәғәттән " бал" әҙер. Әгәр ҙә һеҙ ошондай алыпһатарҙарҙың тоҙағына эләк һәгеҙ, 52 - 63 - 77, 52 - 63 - 22 йәки беҙҙең мөхәрририәткә 23 - 32 - 62 телефоны буйынса шылтыратығыҙ.

Екатерина Вахмянина.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал