6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Социум // Проекттар

Рәсәй наркотиктарға ҡаршы
26.07.04


       "Мәскәү - Владивосток" автоуҙышында ҡатнашыусыларҙың лозу нгы "Рәсәй наркотиктарға ҡаршы" тип белдерә. Маршрутта Өфө ҡ алаһы ла бар. Башҡалабыҙҙа туҡталған көндө улар ҡала йәштәре
       һәм журналистар менән осрашты. Башта был сарала ҡатнашыус ылар юлда алған тәьҫораттары менән уртаҡлашты. Артта ҡалған Пенза һәм Һамар ҡалалары акцияны хуплап ҡаршы алды, тине ула р. Өфөлөләр ҙә был сараға битараф ҡалманы.
       Өфө ҡалаһының хакимиәт башлығы урынбаҫары Владимир Федоро в билдәләүенсә, үҙенең географик урынлашыуы буйынса республ икабыҙ наркокурьерҙарҙың юлына тура килә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, уларҙың ҡыҙыҡһыныу объекттары иҫәбендә уҡыу йорттары ла тора . Был иһә илдең генофондына оло хәүеф менән янай.
       Наркомания йәштәр һәм ҡатын - ҡыҙҙар араһында тиҙ таралы у таба, тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Рәсәй Федерацияһының БР буйын са Федераль наркоконтроль хеҙмәте идаралығы начальнигы Әмир Ниғмәтйән улы. Әммә, уның һүҙҙәре буйынса, бер йыл элек төҙө лгән махсус орган был хәлде контролдә тоторға ярҙам итә.
       Республика наркология диспансерының баш табибы Илдар Байк овтың һүҙҙәренә ҡарағанда, наркоманияның 90 - сы йылдарҙа б улған тулҡынынан һуң был өлкәлә хәл бер аҙ тынысланды. Киләһ е йылда икенсе тулҡын, йәғни, наркотиктар ҡулланыусылар һаны
       ҡырҡа артыуы көтөлә, тип күҙаллай ул.
       Алда әйтелгән сараны ойоштороу комитеты рәйесе Ольга Яг озина әйтеүенсә, уларҙың төп маҡсаты - проблема ғына түгел, дөйөм бәләгә әүерелгән наркоманияға ҡаршы көстәрҙе берләштер еү. Автоуҙышта күп төрлө һөнәр әһелдәре ҡатнаша - эшҡыуарҙа р ҙа, дәүләт структуралары вәкилдәре лә, журналистар ҙа бар.
       Әммә дөйөм маҡсат уларҙы ныҡ бәйләй. Юлдың тәүге көндәре ( барыһы туғыҙ мең километр юл үтәһе бар) быны раҫланы.
       Автоуҙышта ҡатнашыусылар иҫәбендә элекке наркомандар ҙа б ар. Улар менән аралашыу бик ҙур файҙа бирә, ти Ольга Ягозина .

Гөлназ Шәрәфлисламова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал