6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Мәҙәниәт // Концерттар

Бах музыкаһы көн ҡыҙыулығын да, арыуҙы ла онотторҙо
26.07.04


       Ошо көндәрҙә Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған арти сы Владислав Мортазин, йәш таланттар Инна Фоменко һәм Марат Ғабдуллин ҡатнашлығында Башҡорт дәүләт филармонияһында үткән
       камера музыкаһы концерты тамашасылар өсөн ысын бүләк булып яңғыраны.
       Концерт, көтөлгәнсә, бик сағыу булды. Программа Иоганн Ба з һәм уның улы Карл Филипп Эмануэлдың Рәсәйҙә һирәк башҡарыл ған әҫәрҙәренән төҙөлгән ине.
       Сығыш алдынан Владислав Мортазин тамашасыларға түбәндәге һүҙҙәр менән мөрәжәғәт итте:
       - Бөгөн беҙ һеҙҙең менән "бары тик" 300 йыл элек яңғыраға н музыка донъяһына сәйәхәт яһаясаҡбыҙ. Бахтың үлеменә ике йө ҙ илле йылдан ашыу ваҡыт үткән, ә уның әҫәрҙәренә ҡыҙыҡһыныу
       артҡандан арта.
       Ҡайһы ваҡыт "Мин был музыканы аңламайым, орган минең өсөн
       артыҡ ҡатмарлы" тигән һүҙҙәрҙе ишетергә тура килә. Ә музыка ны аңларға кәрәкме икән ул Музыка кеүек ҡатмарлы һәм универ саль телде аңлауы мөмкин түгел. Беҙҙең аңыбыҙ сикләнгән: ҡа батлау таблицаһын яҡшы итеп ятлай алһаҡ та, юғарыраҡ кимәлд әге белем алдында кеше аңы көсһөҙ. Пикассо әйткән шикелле:" 12 йәшемдә мин Рембранд кеүек төшөрә белә инем инде, ә бына балалар кеүек төшөрөргә өйрәнер өсөн бар ғүмерем китте".
       Әйтергә кәрәк, көндөң бик эҫе тороуына һәм эш көнө булыуы на ҡарамаҫтан, филармонияның бәләкәй залы тамашасылар менән шығырым тулы булды. Йәш профессионалдар ҙа үҙҙәренең ысын та лантҡа эйә булыуын тағы бер тапҡыр иҫбатланы. Өфө дәүләт сән ғәт академияһының дүртенсе курс студенты Марат Ғабдуллин йыш
       ҡына Рәсәйҙә һәм сит илдәрҙә уңышлы сығыш яһай, Юрий башмет
       һәм Валентин Берлинский башланғыс һалған фондтың стипендиат ы булып тора. Бөгөн һигеҙенсе синыфта уҡыусы Инна иһә флейта
       менән дүрт йәшлек сағынан уҡ "дуҫ" һәм уйнау оҫталығы буйын са профессионалдарҙан бер ҙә кәм түгел.

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал