6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Социум // Әхлаҡ

Ҡыҙҙарыбыҙҙы һаҡлайыҡ
20.07.04


       Әхлаҡ төшөнсәһенең ни тиклем түбән тәгәрәүенә ҡарамаҫтан,
       йәмғиәт һаман да ҡатын - ҡыҙға ҡарата фекерен үҙгәртмәй. Эс еүсе, тартыусы, үҙенең әхлаҡи йөҙөнә иғтибар бирмәүсе ҡатын - ҡыҙ ғәҙәттә "бәйелһеҙ" статусына эйә була... Ҡатын - ҡыҙҙы ң үҙ - үҙен тотошо ирҙәргә ҡарағанда ҡатыраҡ баһалана. Быға аптырарға ла ярамай, сөнки киләһе быуынды тыуҙырып, уны тәрб иәләү күберәк ҡатын - ҡыҙ өлөшөнә төшә. Был материалды башл ағанда мин үҙемдең ҡарамаҡҡа бик мөһим булған үҫмер ҡыҙ һәм уның проблемалары тигән һорауҙы күтәреп сығырға уйлағайным. Барлыҡ проблеманы бер юлы тикшереү мөмкин түгел, әлбиттә. Хә йер, башлаһаҡ та... Киләсәктә тап ошо ҡыҙҙар беҙҙең былай ҙа
       камил булмаған йәмғиәтебеҙҙә төп урын биләйәсәк бит. Алғара ҡ күҙ ташлап, киләсәктә беҙҙе нимә көткәнен күҙалларға ине м аҡсат.
       Халыҡ һаулығы ҡатын - ҡыҙ һаулығынан башлана. Рәсәйҙә эле ктән буласаҡ ир менән ҡатындың һаулығына ҙур иғтибар бүленгә н. Әгәр егет кеше 18 йәшкә тиклем шарап эсһә, тәмәке тартһа,
       дуҫ ҡыҙҙарын еңел алмаштырһа, "боҙоҡтар" иҫәбенә индерелгән . Ҡатын - ҡыҙҙарға ҡараш тағы ла ҡатыраҡ булған: беренсе ник ахы уңышлы булмағандарҙы ла "боҙолғандар" рәтенә индергәндәр
       - айырылып ҡайтҡан ҡатын ҡабаттан кейәүгә сыға алмаған. Нис ек кенә булмаһын, боронғоларҙың принцибы - физик һәм әхлаҡи
       сәләмәтлекте һаҡлау булған. Беҙҙең үҫмер ҡыҙҙарыбыҙҙың һаул ығы тураһында Ҡыуатов исемендәге республика дауаханаһына ҡар амағындағы үҫмерҙәр үҙәгендә яҡшы беләләр.
       Һуңғы ике - өс йыл эсендә студенткалар һәм юғары синыф уҡ ыусылары араһында гинекологик ауырыуҙар һирәк осрай башлаған . Әммә был бары тик тикшереү сифатының түбәнәйенеүенә бәйле.
       Ә бына 15 - 17 йәшлектәр араһында бындай ауырыуҙар дүрт про центҡа йышыраҡ осрай.
       Йәш ҡыҙҙарҙың ауырға ҡалыу осраҡтары ике тапҡыр артҡан. 1 5 - 17 йәшлектәр араһында аборт яһатыусы ҡыҙҙар һаны кәмемә й тип әйтергә була. .
       Был йәһәттән медиктарҙың фекере менән психологтар ҙа кил ешә. Үҫмер саҡтың үҙенсәлеге - аралашыуға мохтажлыҡ кисереү.
       Райондарҙан уҡырға килеүселәрҙе өҫтәлмә ҡыйынлыҡтар һағалай : ҡалала нисектер үҙ урыныңды табырға, адаптация үтергә кәрә к. Барыһы өсөн дә проблема булып үҙ йәштәштәрең менән аралаш ыу тора. Психологтар фекеренсә, йәш ҡыҙҙар төҫ - башы тураһы нда ҡайғыртырға ваҡыт таба, ә бына һаулыҡҡа килгәндә инде...
       Мине психологтар ярҙамына мөрәжәғәт итеүселәрҙең күңел то рошо ла ҡыҙыҡһындыра. Педагогтар, психоаналитиктар менән һөй ләшеүҙән мин түбәндәгеләрҙе аңланым. Иң таралған "ауырыу" бу лып - яуапһыҙ мөхәббәт тора. хәҙерге ҡыҙарҙың яҡшы классика әҫәрҙәре уҡыу менән артыҡ мауыҡмағанын иҫәпкә алһаң, уларҙың
       мөхәббәт тарихын "нимә күрәм, шуны яратам" тип аңлатырға бу лыр ине. Уларҙы мауыҡтырыусы "предмет" ғәҙәттә "мажор" йәш е гет ҡиәфәтендә килеп баҫа. Уныһы иғтибар бирмәһә, йәш ҡыҙ "м ин бер кемгә лә кәрәкмәйем" тигән һөҙөмтә яһарға әҙер тора. Артабан инде үҙ - үҙеңде үлтереү уйына ла барып етергә мөмки н.
       Бәхеткә ҡаршы, бөгөнгө һылыуҡайҙарҙың психологтарға мөрәж әғәт итергә башы етә. Был да сит ил фильмдары тәьҫирелер, мо ғайын. Нисек кенә булмаһын, ҡыҙҙарҙы күңелһеҙ уйҙары менән я ңғыҙ ҡалдырырға ярамай. Бындай осраҡта иң яҡшы дуҫ әсәй, әлб иттә. Шул уҡ ваҡытта тап ошо йәштә "аталар һәм балалар конфл икты" барлыҡҡа килеүсән. Тимәк, "аҡыллы, изге, ғәҙел" тағы б ер кеше кәрәк.
       Социаль тикшереүҙәр күрһәтеүенсә, бөгөн ҡыҙҙар тормош ипт әшен һайлағанда беренсе урынға матди яҡтан тәьмин ителеүҙе ҡ уя, икенсе урында - " ул мине яратырға тейеш". Бер һүҙ менән
       әйткәндә, никахҡа ҡараш - ҡулланыусыларса. Хатта буласаҡ то рмош иптәшенең аҡылы тураһында ла һуңғы сиратта иҫкә төшөрә
       улар, ә инде уның юмор тойғоһо, һиҙгерлеге, яуаплылығы хаҡы нда бөтөнләй онота. Төҫкә - башҡа матур булһын да, бай булһы н.
       Бер һүҙ менән әйткәндә, беҙ ҡыҙҙарыбыҙға ярҙам итергә тей еш. Тик әлегә тиклем мәктәптә, ғаилә лә, ҡайҙа булһа ла мөхә ббәт һәм һоҡланыу тойғоһо булдырырға ҡулыбыҙҙан килмәй. Ҡыҙҙ ың тормошонда беренсе комплиментты уның атаһы әйтергә тейеш.
       Ул - ҡыҙыҡайҙың тәүге мөхәббәте. Артабан - уның дуҫ малайы.
       Тап ошо этапта ата - әсә һәм педагогтар дуҫлыҡ, романтика м өнәсәбәттәрҙең үҫеше мәғәнәһен аңлатып бирергә тейеш тә инд е.

Жанна Ягодкина.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал