6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Иҡтисад // Ауыл хужалығы

Кәзә һөтөнән ҡымыҙ Әлбиттә!
16.07.04


       Мәскәү магазиндарының береһендә минең иғтибарымды "кәзә һөтө " тип яҙылған сағыу пакет йәлеп итте. Хаҡы бөтөнләй иҫ китер лек ине - литры 80 һум! Этикеткаһын иғтибарлап ҡарағас, уның
       сит илдән сығарылыуы асыҡланды...
       Был хәл ике йыл элек булғайны. Ул ваҡытта магазин кәштәлә рендә сит илдән килтерелгән кәзә һөтөн генә һатып алып булһа , хәҙер был деликатесты етештереү әүҙем үҫешә. Был аңлашыла ла, отошло эш бит. Үҙегеҙ уйлап ҡарағыҙ, бөгөн Мәскәүҙә һәм Санкт - Петербургта кәзә һөтөнөң бер литры 100 һум, ә бер ки лограмм сыр 750 һум тора.
       Башҡортостанда ла 40 фермер хужалығы кәзә үрсетеү менән ш өғөлләнә. Алдан уйлап эш итеүсе эшҡыуарҙар кәзә үрсетеүҙең м әшәҡәте һыйыр малы йә сусҡаға ҡарағанда күпкә аҙыраҡ икәнен
       аңлай. Кәзәгә аҙыҡ һыйырға ҡарағанда алты тапҡыр аҙыраҡ кәр әк. Бынан тыш, белгестәр билдәләүенсә, кәзәнең аҙыҡ рационы уның һөтөнөң тәменә йоғонто яһамай икән.
       Кәзә һөтөн организм тиҙ үҙләштерә, балалар өсөн айырыуса файҙалы тип белдерә белгестәр, шулай уҡ ул сыр, ҡымыҙ эшләү
       өсөн дә ҡулланыла. Продукттың тағы бер яҡшы яғы бар - ул ал лергия менән яфаланыусылар өсөн зыянһыҙ. Америка ғалимдәрене ң мәғлүмәттәре буйынса, һыйыр һөтөнә аллергия булған ун кеше
       бер ниндәй ҡыйынһыҙлыҡ кәзә һөтө эсә ала.
       Кәзә һөтө халыҡ медицинаһында ла киң ҡулланыла. Кәзә һөтө нән эшләнгән ҡымыҙ, мәҫәлән, инфекция ауырыуҙарына һәм тубер кулезға ҡаршы торорға ярҙам итә.
       Әйткәндәй, Башҡортостанда ла кәзә ҡымыҙы етештерелә. Был ғәҙәти булмаған эш менән биш фермер хужалығы шөғөлләнә. Туйм азы районы Туҡай ҡасабаһынан фермер Миңзаһит Закировтың ҡымы ҙы айырыуса дан тота. Уның "Руслан" тип аталған фермер хужал ығында 25 һауын кәзәһе бар, һәр береһе көнөнә бишәр литрҙан да кәм һөт бирмәй.
       Яңы тармаҡҡа фермер өс йыл элек кенә аяҡ баҫҡан, барлығы өс Зааненск тоҡомло кәзә менән башлап ебәргән ул үҙ эшен. Бө гөн Закировтарҙың ғаилә предприятиеһы йылына ике мең литр ти рәһе ҡымыҙ етештерә. Шифалы эсемлек артынан килеүселәр етерл ек. Улар башлыса тын алыу юлдары, ашҡаҙан, күҙ ауырыуҙарынан
       йонсой. Миңзаһиттың пландарында тағы бер милли эсемлек - бу ҙа етештереү тора...

Ләйсән Хәйретдинова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал