6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Иҡтисад // Банктар

Республиканың кредит ойошмалары халыҡта шикләнеү тыуҙырмай
14.07.04


       Күптән түгел беҙҙең республикала булдырылған кредит ой ошмалары ассоциацияһы уңышлы ғына эшләп килә. Бөгөн Башҡорто стандың барлыҡ банкылары ла тиерлек уның ағзаһы булып тора. "Башинформ" агентлығында үткән матбуғат конференцияһында яңы
       учреждениеның ниндәй эш алып барасағы, үҙ алдына ниндәй бур ыстар ҡуйыуы тураһында һүҙ алып барылды. Журналистар менән о срашыуға БР Милли банкы рәйесе Рөстәм Мәрҙәнов һәм ассоциаци я рәйесе Резеда Саҙрый ҡыҙы килде.
       Асыҡланыуынса, кредит ойошмалары ассоциацияһы 2004 йылды ң 9 апрелендә теркәлгән. Матбуғат конференцияһына килеүсе ҡу наҡтар фекеренсә, ул барлыҡ кредит ойошмаларын берләштерергә , профессиональ һорауҙарҙы хәл итергә мөмкинселек тыуҙырасаҡ . Шул уҡ ваҡытта банк ассоциацияһы Башҡортостанда барлыҡ бан к секторы эшмәкәрлегенә ҡағылышлы саралар үткәрергә лә ярҙам
       итәсәк. Матбуғат конференцияһында ҡатнашыусыларҙың пландары
       бик ҙур. Мәҫәлән, күптән түгел Рәсәй кимәлендә ҡабул ителгә н "Банк секторының үҫеш стратегияһы" сиктәрендә, уның төп по ложениеларын тормошҡа ашырыу буйынса саралар комплексын булд ырырға кәрәк. Шулай уҡ ассоциация ағзалары планына уҡыу пла ны саралары ла инә.
       Әйткәндәй, банк структураларына ышаныс хаҡында. Үткән аҙн ала Мәскәү халҡын гөжләткән ваҡиғалар урындағы прессаның да иғтибарынан ситтә ҡалманы, әлбиттә. Әммә Рөстәм Мәрҙәнов Баш ҡортостанда бындай хәл тыуҙырырлыҡ сәбәп күрмәй. Халыҡ та ре спублика банкыларының ышаныслылығында шикләнмәй буғай. Һәр х әлдә халыҡтың банкыларға аҡса һалыу процесы үҙгәрештәр кисер мәй.
       Банк эше белгестәре барыһына ла провокацияға бирелмәҫкә, аҡса алыр алдынан банкыға аңлатма биреүҙе һорап мөрәжәғәт ит ергә кәңәш бирҙе.

Екатерина Вахмянина.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал