6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Социум // Йәштәр

Ишәй Робинзоны
14.07.04


       Иртәгә үҙен нимә көткәнен беребеҙ ҙә алдан әйтә алмай. Һ әм ғайһы ваҡыт дошманыңа ла теләмәгән хәлгә осрап ҡуяһың. Ә ошондай бәләгә бәләкәй бала осраһа Хәйер, июнь аҙағында Бай маҡ районының Ишәй ауылында булған иҫ киткес ваҡиғаны баштан
       һөйләйек әле. Ул иғтибарға лайыҡтыр, тип уйлайым, сөнки ва ҡиғаның төп геройы - дүрт ярым йәшлек малай ауыр һынауҙы еге ттәрсә еңеп сыҡҡан.
       - Былай килеп сығыр тип уйламағайным, - тип һүҙ башланы ауылдағы ғәҙәттән тыш хәлдең төп геройы Иҙелдең атаһы Хәсән Гәрәй улы Зәйнәғәбдинов. - Ул көнө минең ағайым Надирға Ырым бур өлкәһенән яҡшы танышы - ҡаҙаҡ Сабирйән - килгәйне. Ә ағ айым урманға киткән. Дөрөҫ, ауылдан алыҫ түгел. Машинала бар һаң, егерме минутлыҡ юл. Мин уның артынан барып килер өсөн " Жигули" ны тоҡандырҙым. Кабинаға улым Иҙел дә ултырҙы. Йыш ҡ ына үҙем менән алып йөрөйөм мин уны. Урманға килеп еткәс ҡар аһам, Иҙел йоҡлап киткән. Уятып торманым инде. Ишекте шым ғы на яптым да сыҡтым.
       Урманда ағаһын эҙләп Хәсән ярты сәғәт самаһы йөрөй. Ә инд е кире әйләнеп килеүенә машинала Иҙел булмай. Тирә - яҡта ур ман, үләндә бер ниндәй ҙә эҙ табырлыҡ түгел.
       Ауылда һөйләүҙәренсә, Хәсән ҡурҡаҡтарҙан түгел. Бер нисә
       сәғәт буйы улын эҙләп тә таба алмағас, башына теләһә ниндәй
       уйҙар инә башлай, әлбиттә. Шулай ҙа ата кеше үҙен Иҙел юлға
       сыҡҡандыр ҙа берәйһе осрап уны ауылға алып ҡайтҡандыр тип ы шандырырға тырыша. Ысынында иһә был ваҡытта малай атаһын урм андан эҙләргә кәрәк тип уйлап, юлдан ситкә, урман эсенә инеү ен дауам итә.
       Хәсән бөтә ауылды аяғына күтәрә. Көнө буйы эҙләйҙәр малай ҙы, әммә һөҙөмтәһеҙ. Эҙләүҙәр төндә лә дауам итә...
       Урманда аҙашыу "бәхетенә" эйә булғандар сәйер бер хәл -
       бер уҡ урында әйләнеп йөрөүҙәре тураһында һөйләүсән. Кешене ң үҙенә тура китеп барған һымаҡ, ысынында иһә бер - ике сәғә ттән был урындан быға тиклем бер тапҡыр үтеп киткәнен һиҙелә . Халыҡта быны ен алдаштырып йөрөтә тиҙәр, ә фән "һул аяҡ эф фекты" тип аңлата. Йәғни атлағанда һул аяғыбыҙ уң аяҡҡа ҡа рағанда бәләкәйерәк аҙым яһай икән. Ситтән ҡарағанда был һи ҙелмәй. Әммә ошо бер - ике сантиметр оҙаҡ атлағанда "түңәрәк
       буйлап атлауға" килтерә лә инде.
       Бына Ишәйҙә лә ошо үҙенсәлеккә һылтанып, эҙләүҙәрҙе киңәй ә барған түңәрәк эсендә алып барғандар. Тик һуңынан, Иҙелде тапҡас ҡына уның юлы түңәрәк түгел, ә ярым дуға булып... Бөр йән районына барып сығыуы аңлашыла. Ул ҡояшҡа табан атлаған,
       ә инде ҡояш байығас, төндө урманда үткәргән дә, иртә менән тағы ҡояшҡа ҡарап юлын дауам иткән.
       Ғәҙәттән тыш хәл бөтә районды ҡуҙғыта. Иҙелде эҙләргә хәл енән килгән барыһы ла сыға. Военкомат хеҙмәткәрҙәре, янғын һ үндереүселәр, Баймаҡ автотранспорт предприятиеһы эшселәре һә ¬ башҡа бик күптәр... Эҙләү эштәрен Баймаҡ ҡала һәм район х акимиәте башлығы Рөстәм Сәйетов контролдә тоа. Өйрәтелгән эт
       менән кинолог саҡыртыла. Эҙләү эштәренә билдәле һунарсылар ҙа ҡушыла. Кешеләр арып йығылыу хәленә етә. Ә Иҙелгә нисегер әк тура килгәнен үҙегеҙ уйлап ҡарағыҙ. Ул бит атаһының машин аһына ултырғанда ҡыҫҡа шортик һәм еңел күлдәктә генә була. Тау - урман зонаһында көндөҙ эҫе булһа ла, төндә һалҡынайта,
       ысыҡ күп төшә. Серәкәй, күгәүен күплеген әйтеп тә торорлоҡ түгел. Тағы бер бәлә - талпандар. Быйыл улар айырыуса күп. Ҡ ырағай йәнлектәр йәйен кешегә ғәҙәттә ташланмай, әммә ҡото о сҡан бәләкәй малай үҙен нисек тотоуын кем белә. Һуңынан Иҙел
       бүре күреүе тураһында һөйләй. Эҙләү барышында ошо тирәнән я ңыраҡ инә айыу үтеүе асыҡлана. Әгәр ҙә ул балалары менән бул һа... Иҙелдең юлы айыу һуҡмағы менән киҫешһә...
       Зәйнәғәбдиновтар ғаиләһендә кеше юғалыу осрағы тәүгә түге л. Хәсәндең ағаһы Надир ҙа бәләкәй ваҡытында ошо тирәлә юғал ып, көскә табылған.
       - Яҙмыштыр, күрәһең, - тип билдәләне Хәсән һөйләшеү ваҡыт ында. - Ә икенсе яҡтан, Надирҙың тәжрибәһенең кәрәге тейҙе. Тап ағайым менән Радик Мирзаянов улымды таптылар ҙа инде. Иш әйҙән ун һигеҙ километр алыҫлыҡта тубығынан һыу эсендә торға н.
       Бәләкәстең ҡыйыулығына һоҡланырға ғына ҡала. Уны серәкәй ныҡ талаған. Шулай ҙа врачтарҙы иң ныҡ борсоғаны талпандар б ула. Малайҙың тәненә 18 талпан ҡаҙалған. Әммә Баймаҡ дауахан аһында бер көн ятҡандан һуң, Иҙел өйгә ҡайтарыуҙарын һорай б ашлай. Хәҙер уның ике тыуған көнө буласаҡ.
       Беҙҙең һәр беребеҙ үҙ тормошонда ныҡлыҡҡа һынау үтә. Иҙел
       был һынауҙы уңышлы тапшырҙы тип уйларға ҡала. Һүҙ бында уны ң ике көн, бер төн эсендә оҙон юл үтә алыуында түгел, ә бөгө лөп төшмәүе, үҙ ғүмере өсөн бар көсөнә көрәшеүе тураһында. Мәҫәлән, ул ҡасандыр атаһы өҙөп алып ашаған үләнде хәтеренә төшөрөп, шундай уҡ үлән өҙөп сәйнәгәнен белдерҙе. Серәкәй, к үгәүендәрҙән ул тәненә балсыҡ буяп һаҡланған. Ә бына талпанд ар менән генә эш ҡатмарлыраҡ булған.
       Ишәй ауылында бер кем дә Иҙелде эҙләүҙән ситтә ҡалманы. Ҡалала ла бер кешенең бәләһе дөйөм бәлә кеүек ҡабул ителһә, йәшәүе күпкә еңелерәк булыр ине.

Анатолий Пастухов.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал