6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Иҡтисад // Элемтә

11 июль - Рәсәй почтаһы көнө
12.07.04


       Егерме беренсе быуат үҙенең өр - яңы технологиялары менән би лдәле булһа ла, ун өсөнсө быуат та үҙе тураһында иҫкә төшөрө п алырға онотмай. Минең һүҙем почта хаҡында. Тәүге почта, ха т ташыуҙар тап ошо быуатта барлыҡҡа килгән, әле лә беҙ башҡа
       аралашыу төрҙәре булыуға ҡарамаҫтан хат яҙыу ғәҙәтен ташла й алмайбыҙ.
       Ҡағыҙға уй - тойғоларыбыҙҙы төшөрөп, уны адресатҡа ебәрәб еҙ. Кемгә нисектер, әммә мин үҙем почта буйынса хат алырға я ратам. Яҡын кешеңдән булһа, бигерәк тә. Уның кәйефен, ҡулдар ының йылыһын тояһың. Хатты үҙең менән йөрөтөргә, ҡабат - ҡаб ат уҡырға мөмкин, күңелеңә ятмаһа, йыртып ташлап оноторға ла
       була.
       Был йәһәттән таныштарым да үҙ фекерҙәре менән бүлеш те:
       Татьяна, 54 йәш.
       - Мин хат алырға ла, яҙырға ла яратам. Бер тапҡыр 20 битл ек хат яҙғайным, апайым уны "роиан - эпопея" тип атаны, Мин уны өс аҙна буйы яҙҙым. Әлеге ваҡытта әсәйем менән хат алыша быҙ, ул Урта Азияла йәшәй. Дөрөҫ, хаттар йыш ҡына урынына ба рып етмәй, юғалған осраҡтары була. Әсәйемдең хаттарын мин һа ҡлайым.
       Екатерина, 23 йәш.
       - Хат алырға яратам. Көткән кешеңдән килһә, бигерәк тә кү ңелле була. Бер ваҡыт бик күп хат алырға тура килде миңә: Мә скәүҙәән бер малай көн һайын открытка ебәрә торғайны.
       Дмитрий, 23 йәш.
       - Мин Интернетты һайлайым: тиҙлеге күңелемә ята. Ваҡыты е ткәс электрон почта адреслы почтаны тулыһынса алыштырасағына
       иманым камил. Һуңғы тапҡыр ҡасан хат алғанымды хәтерләмәйем
       дә инде. Сергей, 46 йәш.
       - Пушкин ваҡыттарынан уҡ йәшәп килгән стиль юҡҡа сыҡмайас аҡ, әлбиттә. Иң мөһиме, минеңсә, аралашыу. Шулай ҙа почта йә шнигенә хат ырғытыу кисәге көндөр, моғайын. Беҙҙең мәғлүмәт осоронда ваҡиғалар бик тиҙ үҙгәреш кисерә бит, шуға күрә мәғ лүмәт тапшырыу алымдары ла камиллашырға тейеш.
       Хаттарға килгәндә инде, яҙырға яратам тип әйтә алам, тик һирәк яҙам. Хат алыу һәр ваҡыт ыңғай эмоциялар бүләк итә.
       Альбина, 20 йәш.
       - Әгәр тиҙ арала яуап алырға кәрәк түгел икән, рәхим ит, почта менән файҙалан, киреһенсә икән, электрон йәшниккә мөрә жәғәт итергә лә була. Тиҙ ҙә, ҡайҙалыр алып барып һалырға ла , барып етәме, юҡмы тип борсолорға ла кәрәкмәй. Мин интернет ­ почтаны һайлайым. Ябай почтаға ла хөрмәтем ҙур. Мин бер һ алдаттың хаттарын әле лә ҡәҙерләп һаҡлайым.

Лилиә Сәхәбүтдинова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал