6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Социум // Һаулыҡ һаҡлау

Башҡортостан һәм Португалияның нейрохирургтары үҙ - ара хеҙм әттәшлек булдырасаҡ
12.07.04


       Өфөгә сәфәр менән килгән нейрохирург, профессор Курио Лано М агаляеш һәм Рәмил Рамаҙанов Башҡортостан һәм Португалия нейр охирургтары араһында элемтә булдырыу тураһында һүҙ йөрөтә. П ортугалия врачтары һүҙҙәре буйынса, улар Башҡортостандағы ко ллегалары менән тығыҙ элемтә булдырырға уйлай. Республиканың
       нейрохирургия үҙәге етәксеһе, профессор Шамил Сафин менән һ өйләшеү барышында ошо турала килешеү булдырылды.
       Сәфәр барышында Португалия белгестәре Башҡортостан нейрох ирургия хеҙмәтенең эш һөҙөмтәләре менән танышты һәм Өфө врач тары өсөн семинар ойошторҙо. Сит ил белгестәре республика н ейрохирургияһына юғары баһа бирҙе. Доктор Магаляеш һүҙҙәре б уйынса, "Башҡортостанда нейрохирургия үҫеше Европа клиникала ры кимәленә тап килә".
       "Һеҙҙең клиникаларҙың диагностика һәм операция яһау ҡорам алдары менән тәьмин ителеше ярайһы уҡ юғары, - тине ул. - Ми н Башҡортостандағы коллегаларым менән аралашыуҙан бик ҡәнәғә т ҡалдым".
       Шул уҡ ваҡытта, профессор билдәләүенсә, нейрохирургия бик
       үҙенсәлекле тармаҡ, хөкүмәт һәм һаулыҡ һаҡлау системаһына ҡараған хеҙмәттәрҙең иғтибарын талап итә. "Яңы уникаль техно логиялар үҫеше өсөн финанслауҙан тыш яңы контакттар ҙа кәрәк ", - тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Магаляеш әфәнде.
       Башҡорт нейрохирургтары ла сит ил белгестәрен үҙҙәрендә ҡ абул итергә әҙер. Шамил Сафин әйтеүенсә, "беҙ һәр ваҡыт беле м менән дә, эш менән дә ярҙам итергә әҙер, уларҙан да күп нә мәгә өйрәнергә теләр инек".
       Һуңғы сараларҙың ойоштороусыһы булып Рәмил Рамаҙанов тора . Рәмил Хәйҙәр улы Башҡорт дәүләт медицина университетын там амлаған, Республика клиника дауаханаһында, һуңынан Мәскәү һә м Мозамбик клиникаларында эшләгән. Һуңғы ваҡытта Португалиял а фәнни эшмәкәрлек менән шөғөлләнә.
       Рәмил Рамаҙанов үҙенең тыуған яғына йыл да ҡайта. "Мин Ку рио Ланоны тыуған яғымдың матурлығын күрһәтергә саҡырҙым, - ти Рәмил Хәйҙәр улы.
       Магаляеш әфәндегә Өфө бик оҡшаған. "Мин бында тағы ла кил ергә теләр инем", - ти ул. Башҡортостандағы коллегалары менә н булдырылған контакт уға бындай мөмкинлек бирер тип ышанырғ а ҡала.

Елена Макушина.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал