6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Мәҙәниәт // Конкурстар

Салауат Юлаев батырлығы мәңгелек
08.07.04


       Салауат Юлаев шәхесен Башҡоротстанда һәр ваҡыт данланылар, ә
       милли геройыбыҙҙың тыуыуына 250 йыл тулыу көндәрендә инде б ыл айырыуса һиҙелде. Күптән түгел, мәҫәлән, Өфөлә Башҡортост ан Республикаһының Мәҙәниәт һәм милли сәйәсәт министрлығы та рафынан иғлан ителгән конкурс үтте. Конкурсанттарҙың эштәре
       Нестеров исемендәге башҡорт дәүләт музейында урынлашты, еңе үселәрҙе тәбрикләү ҙә ошонда уҡ ойошторолдо.
       Тамашасылар иғтибарына һикһәндән ашыу рәссам, һынлы сәнғәт
       оҫталары Салауат Юлаевты һынландырыусы эштәрен тәҡдим и тте.
       Күргәҙмәлә Нестеров исемендәге музей директоры, Сәнғәт ака демияһы доценты, БР атҡаҙанған рәссамы Фәйзрахман Исмәғилев
       та ҡатнашты - рәссам Илдар Ғаянов менән берлектә улар Салау аттың тормошон һүрәтләгән рәсемдәр тәҡдим итте. Уларҙан милл и геройыбыҙҙың йәшәйешен төҫмөрләргә була: бына бәләкәй Сала уат ҡурай моңдарын тыңлай, Башҡортостан далаларының матурлығ ына һоҡлана... Бына 19 йәшлек егетте атаһы ҙур булмаған төрк өм етәкселегендә Пугачевҡа ҡаршы ебәрә... Салауат Пугачев ме нән осрашыу ваҡытында...
       Рафаэль Ҡадировтың 1001 төн әкиәтен хәтерләткән триптихы ла ҡыҙыҡһыныу тыуҙыра. Унда фажиғә лә, батырлыҡ та юҡ - баты р ҡурайҙа уйнай, бөркәнсек ябынған ҡыҙҙар бейей, герой башҡо рт далаларын гиҙә, йондоҙло күккә һоҡлана...
       Иң йәш конкурсант Юлай Әминевты ла билдәләп үтмәйенсә булм ай. Уның "Намаҙ" тип исемләнгән эше алдында бик күптәр һоҡл аныуын йәшерә алманы.
       "Һынлы сәнғәт" номинацияһында өсөнсө премияға "Рогервик м аршы" эше авторы Хәтип Фазылов лайыҡ булды. Беренсе урынды " Юлай һәм Салауат" картинаһы өсөн Йәлил Сөләймәнов алды.
       "Графика" номинацияһында беренсе урынға Камил Ғөбәйҙуллин
       һәм уның "Салауат" триптихы лайыҡ булды. Икенсе урында "Сал ауат Юлаев юлы" авторы Фәнил Шәймөхәмәтов.
       "Скульптура" номинацияһында ла ике еңеүсе билдәләнде. Бер енсе премияны яулаусы Фирдан Нурмөхәмәтовтың "Шағәле - Шаҡм ан уғы" композицияһы ошо уҡ музей залдарының береһендә урынл ашҡан, ә икенсе премияға эйә булған Илшат Ғиләжевтың "Палдис киҙа иртәнге намаҙ" тип аталған эше Башҡорт дәүләт опера һәм
       балет театрының картиналар галереяһында урын алған.

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал