6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Социум // Экология

Рәсәйҙә йәшәү осоронда ҡытай айыуы ярайһы уҡ урыҫлашты...
08.07.04


       Хәтерләйһегеҙме, Борис Васильевтың "Аҡҡоштарға атмағыҙ"
       повесы буйынса төшөрөлгән боронғо бер фильмда ошондай эпи зод бар: Егор Полушкин торба үткәрер өсөн траншея ҡаҙый һәм,
       юлында ҡырмыҫҡа ояһы тап килгәс, уны емермәй, урап үтә. Ба р ауыл халҡы унан көлһә лә иғтибар итмәй, бөжәктәрҙең ғүмере н үҙ ваҡытынан мөһимерәк күрә. Ни өсөндәр кешеләр йәмғиәтенд ә ошондай полушкиндар халыҡ тарафынан аңланмай шул...
       Миңә ҡалһа, бөгөн был хәл бер ни тиклем үҙгәреш кисергән кеүек. Экологик фажиғә һәм цивилизацияның бер ни тиклем көрс өккә терәлгәнен күреп, күптәр тәбиғәт байлығын бер ниндәй уйһыҙ ҡоро файҙаланырға ғына ярамағанлығын аңланы, ахыры.
       Һуңғы йылдарҙа был йүнәлештә айырыуса әүҙем эшләгән Бөтә донъя ҡырағай тәбиғәт фондын ғына алайыҡ. Әлеге ваҡытта Рәсә йҙә фондтың символы - панда айыуын белмәгән кеше юҡтыр, моға йын. Ә бит ҡасандыр уның тыуған иле Ҡытайҙа ла был төр айыу ер йөҙөнән юҡҡа сыҡты тип ышана башлағайнылар.
       Рәсәйҙә Бөтә донъя ҡырағай тәбиғәт фонды рәсми рәүештә 19 94 йылда билдәләнде, ысынында иһә - әле 1989 йылдарҙа уҡ үҙ эшен алып бара ине ул.. Үҙ эшмәкәрлеген фонд Арктикала башла ны - һөҙөмтә булып Евразияла иң ҙур һаналған Таймыр заповедн игы барлыҡҡа килде.
       Был эшмәкәрлек уларға ни өсөн кәрәк һуң
       Ә хәтерләйһегеҙме, Егор Полушкин Мәскәүҙән аҙыҡ - түлек һ әм "дефицит" кейем урынына аҡсаһын аҡҡоштар алыуға тотонғас уға ошо уҡ һорауҙы бирәләр
       "Һуң матур бит, - тип ысын күңелдән яуап бирә герой.- Ҡар а диңгеҙҙә һәр ваҡыт аҡҡоштар йәшәгән, тимәк уларҙы ҡайтарыр ға кәрәк. Йәшәһендәр, бала сығарһындар, беҙҙе шатландырһында р..."
       Алда әйтелгән фонд та шулай уйлай. Уның менән хеҙмәттәшле к иткән ғалимдар иҫәпләүенсә, Ер йөҙөндә 200 "экорегион" бар . Уларҙа планетаның биологик төрлөлөгө һаҡлана. Әгәр ошо "то рмош усаҡтарын" һаҡлаһаҡ ( фонд ошоноң менән шөғөлләнә лә ин де), Ерҙәге биологик төрлөлөктөң 95 процентын һаҡлап алып ҡа ласаҡбыҙ. 14 "экорегион"Рәсәйҙә урынлашҡан, улар араһында б еҙҙең Көнъяҡ Урал да бар.
       Был эшмәкәрлек өсөн аҡса ҡайҙан килә Кешеләрҙән, әлбиттә , Ерҙәге тормошто һаҡлап ҡалыу өсөн аҡсаны тәбиғәттте һаҡлау ға тотоноу мөһим икәнде аңлаусыларҙан.
       Үткән кесе йома фондтың дуҫтары уның унынсы рәсми тыуған көнөнә йыйылды. Бынан тыш фондтың статусы ла үҙгәреш кисерҙе
       - хәҙер ул милли ойошма булып тора.

Лиана Ғәйнетдинова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал