6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Сәйәсәт // Граждандар йәмғиәте

Төрлө милләттәрҙең мәҙәниәте үҙ - ара яҡынлашыуы конфликт тарға юл ҡуймаясаҡ
08.07.04


       Кеше доньяла күпме генә йәшәмәһен, тормошта нимә генә күрмәһен ул үҙенең ҡайһы бер һыҙаттарынан, сифаттарынан арын а алмаясаҡ. Мәҫәлән, үҙенең фекере меннә тап килмәгән фараз ишетеү күптәрҙә кире тойғолар уята. Һәм уның һөҙөмтәһе булып
       конфликт пәйҙә була.
       Быуаттарға һуҙылған бәхәстәрҙең төп сығанағы булып төркө мдәр һәм илдәрҙең милли һәм дини мәсьәләләрҙә уртаҡ тел таб а белмәүе тора. Мәҫәлән, Африкала Судан, Ангола, Сомали. Эл екке СССР-ҙа Карабах, Тажикстан, Абхазия. Һуңғы йылдарҙа Рәс әйҙең төп баш ауыртыуы - Чечня. Әммә ниндәйҙер талашыуҙар ил дең ныҡлығын, уның ҡеүәтен ҡаҡшатыу тураһында оноторға ярам ай. Ә бит төп бәхәстәр милли нигеҙҙә сыға һәм уны көсәйтеүселәрг ә халыҡтың, илдең тыныслығы тураһында уйлау хас нәмә түгел.
       Милли конфликттар илдең иҡтисады насар хәлдә, тимәк, соци аль тармаҡ аҡһаған саҡтарҙа ҡуҙғатылыуы ла мәғлүм.
       Кешелекте тик уҡыу, доньяуи ҡиммәтәрҙе яҡшы аңлау ғына ҡотҡара аласаҡ.
       Башҡортостанда милли сәйәсәткә иң етди иғтибар бирелә . Салауат Юлаевтың 250 йыллығына арналған юбилей кисәһендә Б Р Президенты Мортаза Рәхимов былай тине:" үҙенең милли геро йының наказын үтәгәндәй, республикабыҙ дуҫлыҡ һәм татыулыҡ еренә әйләнде."
       Бөгөн республикабыҙ төрлө милләт вәкилдәренең татыу
       һәм дуҫ булып йәшәү урыны билдәле. Бында төрлө халыҡтарҙың
       милли - мәҙәни үҙәктәре тығыҙ бәйләнештә эшләй, милли гәзи ттәр сыға, төрлө халыҡтар көндәре үткәрелеп тора.
       Өфөлә күптән түгел татар "Нур" театры асылды. Мәскә үҙә һуңғы арала татар һәм башҡорт һабантуйҙары үткәрелә.
       Туғандаш Татарстан һәм Башҡортостан араһындағы дуҫлыҡт ы нығытыуҙа күптән түгел Өфөлә "Ватаным" исемле төбәк бүле ге асыу етди аҙым булып торҙо. Уның баш ойошмаһы өс йыл элек
       Мсәкәү ҡалаһында татар милләтендәге ғалимдар һәм эшҡыуарҙар
       тарафынан ойошторолдо. Уның филиалдары Ҡазанда һәм Санкт -
       Петербург ҡалаларында асылды. Һамар, Һарытау һәм Ульяновски ҙа ла бүлексәләр асыу планлаштырыла. "Ватаным" партнерлыҡ бү лексәһен ойоштороусылар араһында билдәле кардиохирург Ренат
       Аҡсурин, Рәсәй Фәндәр академияһы академигы Роберт Ниғмәтулл ин, теннис буйынса Рәсәй йыйылма командаһының баш тренеры Шамил Тарпищев та бар.
       Улар татар милләте тураһында башҡаларға һөйләй, таныштыра,
       әммә үҙ фекерҙәрен көсләп бер кемгә тағырға уйламайҙар. Был
       ойошма төрлө милләт кешеләренә асыҡ. Иң мөһиме, тиҙәр улар , төрлө милләт вәкилдәре араһындағы ихлас дуҫлыҡ, эскерһеҙле к һәм бер - береңә ярҙам итергә әҙер булыу.
       Республикала "Ватаным" татар телендәге "Татар доньяһы" ис емле гәзит таратасаҡ. Уның "Көнсығыш яҡтылығы" тигән ҡушымта һы ла буласаҡ. Татар телендә булһаь ла, бындағы байтаҡ мәҡәл әләр башҡорттарға бағышланған. Шулай итеп, "Ватаным" үҙ -ар а дуҫлыҡты тәрәнәйтеүгә булышлыҡ итә.

Владимир Шакиев.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал