6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Социум // Мәғариф

Любовь Арбузова: был донъяла иң ҙур ҡиммәт -- кеше
08.08.03


       Лидия Николаевна Арбузова менән бер нисә минут аралашҡандан һуң мин "Ошондай кешеләр күберәк булһа ине!" тип уйлай башла ным. Журналист менән әңгәмәгә, үҙе тураһында һөйләргә уныңар тыҡ теләге юҡ, әлбиттә, шулай ҙа тәбиғи әҙәплелеге уға оср ашыуҙы кире ҡағырға рөхсәт итмәй. Был ҡатын Өфө ҡалаһының 1 - се мәктәбенә етәкселек итә. Тәби ғәте менән уҡытыусы һәм директор булараҡ, ул үҙен тулыһынса һайлаған һөнәренә бағышлай. "Эшемдән бик уңдым, -- ти ул, -- унһыҙ тормошомдоң мәғәнәһе юҡҡа сығыр ине". Етәксе ҡатын - ҡ ыҙ үҙенең буш ваҡытын нисек үткәрә тигән һорауға әңгәмәсем " Буш ваҡытым да эшем менән бәйле, тимәк эшем минең өсөн хобби
       ла була инде", - тип яуапланы. Ата - әсәһен иртә юғалта Лидия Арбузова, йәш кенә көйө бәләк әй ҡустыһы һәм һеңлеһе менән генә тороп ҡала. Тап шул ваҡытт а донъялағы иң ҙур ҡиммәт -- кеше тигән һығымтаға килә лә ул , моғайын. -- Барыһы ла тик кеше өсөн генә булырға тейеш, -- ти ул. -- Бына хәҙер ҡайҙа ҡарама йәшәр урыны булмаған "бомж"дарҙы күр әһең. Әлбитә, улар ниндәйҙер ауырлыҡты еңеп сыға алмау һөҙөм тәһендә шудай хәлгә төшкән, ҡайһылыр кимәлдә үҙҙәрендә лә ғә йеп барҙыр. Тик йәмғиәт тә улар алдында бурыслы тип иҫәпләйе м мин. Был кешеләргә түбән тәгәрәргә ирек бирмәҫкә тейеш ине
       ул. Был ҡатындың яҙмышы ул Башҡорт дәүләт университетына уҡырға кергәс хәл ителә. Химия факультетын тамамлағас, йәш уҡытыусы
       ошо уҡ юғары уҡыу йортонда уҡыта. Артабан уны 35 - се һанлы
       Өфө мәктәбендә педагогик карьера көтә. Шул ваҡытта уҡ уҡыус ылар араһында үткәрелгән химия буйынса Халыҡ - ара олимпиада ла республика тарихында тәүгеләрҙән булып уның уҡыусыһы еңеп
       сыға. Башҡаланың беренсе мәктәбенең директоры вазифаһына ул "БАССР
       - ҙың атҡаҙанған уҡытыусыһы" һәм "Рәсәй Федерацияһының атҡа ҙанған уҡытыусыһы" исемдәренә лайыҡ булып килә. -- Ысынлап та был мәктәп "беренсе" исемен аҡлаймы һуң
       -- Мине бында тәүҙә килгәс коллектив таң ҡалдырҙы. Уны уник аль тип атар инем мин. Был уҡытыусылар өсөн уларҙың хеҙмәт е меше бик мөһим. Маҡтау ишетер өсөн эшләмәйҙәр улар. Иҫ китке с сифаттыр, бәлки, әммә уларҙың хеҙмәтен күрәләрме, юҡмы, бы л турала ҡайғыртмайҙар улар. Ә хеҙмәттәре еңел түгел. Уҡыусы лар контингенты күп төрлө бит. --Бөгөнгө мәғариф өлкәһендәге үҙгәрештәрҙә һеҙ үҙегеҙҙең тәр биәләнеүселәрегеҙ өсөн файҙалы нәмә күрәһегеҙме -- Үҙгәрештәр иң башта уҡыусының шәхси таланттарын үҫтереүгә
       йүнәлтелгән. Был йәмғиәтебеҙҙең ғилми потенциалын байытырға
       ярҙам итә. Балаға ла артыҡ күп эшләргә тура килә, әлбиттә. Уҡыусылар тураһында етди уйларға кәрәк беҙгә, баланың эмоцио наль, физик, психологик көсөргәнеш кимәле күпмегә сыҙай һуң Иң мөһиме -- уҡыусыларыбыҙҙың һаулығы бит. -- Хәҙерге уҡыусылар нимәһе менән айырыла --Үҙаллылыҡтары менән. Улар үҙҙәре ҡарар сығарырға һәләтле, һәм күп осраҡта был ҡарар дөрөҫ була. -- Мәктәбегеҙгә киләһе уҡыу йылына теләктәрегеҙ ниндәй -- Яңы компьютерҙар алырға планлаштырабыҙ. Ҡала мәктәптәрен компьютерлаштырыу программаһы буйынса биш компьютер алдыҡ та
       инде. Уҡыуҙы дифференциациялау буйынса һорауҙар бар. Өҫтәмә
       белем биреү хеҙмәттәрен киңәйтергә кәрәк, улар өсөн лицензи яны беҙ былтыр уҡ алғайныҡ. Теләүселәр ҙур булмаған хаҡҡа ма тематика, рус һәм сит тел предметтерын тәрәнерәк өйрәнә алас аҡ. Беренсе синыфҡа барыуға әҙерлек тә ошондай хеҙмәттәр иҫә бенә керә. Каникул ваҡыттарында ремонт эшләү ҙә үҙ сиратын к өтә.
       Әйткәндәй, был мәктәптә уҡытыусылар бүлмәһе директор кабин еты ҡарағанда байыраҡ йыһазландырылған. Был да Любовь Никола евнаның коллегаларына булған хөрмәт һәм ихтирамы тураһында һ өйләй түгелме һуң. Олег Яровиков фотоһы. Һүрәттә: Любовь Арбузова.

Гөлназ Шәрәфлисламова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал