6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Сәйәсәт // Сәфәрҙәр

Ҡаҙағстан һәм Башҡортостан араһында хеҙмәттәшлек ептәре нығы на бара
06.07.04


       Бөгөн һәм иртәгә Президент Нурсолтан Назарбаев етәкселе гендәге Ҡаҙағстан Республикаһы делегацияһы беҙҙең республика ла рәсми визит менән була. Вәкиллекле делегацияның маҡсаты республикабыҙҙың ижтимағи - сәйәси һәм социаль - иҡтисади хә ле менән танышыу.
       Башҡортостан һәм Ҡаҙағстанды күптәнге тарихи ептәр бәйл әй: ике халҡы араһындағы дуҫлыҡ нығый, хеҙмәттәшлек даирәләр е киңәйә бара. Сауҙа - иҡтисади бәйләнештәр тураһындағы киле шеү 1993 йылда уҡ төҙөлгәйне. Был документты тулыландырып, 1 995 йылда Башҡортостан һәм Ҡаҙағстандың Ҡарағанда өлкәһе мен ән сауҙа - иҡтисади бәйләнештәрҙең принциптары тураһында та ғыла бер килешеү төҙөлдө. Бөгөн иһә беҙҙең республика Ҡаҙағ стандың Павлодар һәм Ҡустанай өлкәләре менән оҙайлы хөкүмәт
       - ара килешеүҙәр төҙөгән. Ғөмүмән, ике халыҡ араһында төрлө
       тармаҡтарҙа хеҙмәттәшлек итеү өсөн бөтә шарттар булдырылған . 1998 йылда Башҡортостан делегацияһының Астанаға сәфәре булд ы. Унда Башҡортостан республикаһының Тышҡы бәйләнештәр һәм с ауҙа министрлығы һәм Ҡаҙағстан Республикаһының Энергетика, и ндустрия һәм сауҙа министрлығы араһындағы килешеүҙе республи калар етәкселәре үҙ ҡултамғалары менән нығытты. 1999 йылдың ғинуарында БР Президенты Мортаза Рәхимовтың Ҡаҙа ғстан Президенты Нурсолтан Назарбаевтың осрашыуы булып үтте . Ике йылдан һуң республикаһы рәсми делегацияһының һәм эшлек ле даирәләренең Еҙҡаҙғанға сәфәре булды, унда яғыулыҡ - энер гетика комплексы өлкәһендә үҙ - ара файҙалы хеҙмәттәшлек мәс ьәләләре тикшерелде.
       2002 йылдың йәйендә Башҡортостан Хөкүмәте Премьер - ми нистры Энгельс Ҡолмәхәмәтов етәкселегендә БР делегацияһы яғ ыулыҡ - энергетика тармағы өлкәһендә хеҙмәттәшлек тураһында
       һөйләшеүҙәрҙе дауам итер өсөн Астанала булып ҡайтты.
       Республикалар араһында сауҙа мөнәсәбәттәре уңышлы үҫә. б ашҡортостан Ҡаҙағстанға нефть - химия сәнәғәте продукттарын,
       гербицидтар, ҡара металл прокатын, төҙөлөш материалдарын, к ондитер ризыҡтарын һәм башҡа әйберҙәр ебәрә. импортлаусы тау арҙар исемлегендә - нефть, газ, ҡара һәм төҫлө металлургия п родукттары, машиналар эшләү, бойҙай, мамыҡ, тракторҙар.
       Республикабыҙҙа берлектәге 12 Башҡортостан - Ҡаҙағстан п редприятиелары эшләп килә. Уҙған йыл мәғлүмәттәре буйынса, республиканыңдөйөм тауар әйл әнешендә Ҡаҙағстан дүртенсе урында тора. 2003 йылда Ҡаҙағста нға экспорт күләме 155,6 миллион доллар тәшкил иткән. Ҡаҙағс тандан импорт 80 миллион долларҙан ашып киткән. Әлеге ваҡытта республиканың Тышҡы иҡтисади бәйләнештәр һәм с ауҙа министрлығында БР Хөкүмәте һәм Астана ҡалаһы хакимиәте
       араһында килешеү проекты әҙерләнә. Уның маҡсаты - Ҡаҙағста ндың баш ҡалаһында республикабыҙҙың вәкиллеген асыу.

Марият Артюхова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал