6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Хоҡуҡ // Хәүефле хәл

Наркоманияға ҡаршы халыҡ - ара көрәш көнөнә
05.07.04


       Наркомания тигән яман сир ҡайһы саҡ бөтә доньяны ялмап алғандай тойола. Наркотиктарҙы ҡулланыусыларҙың һаны һуңғы у н йыл эсендә генә беҙҙең илдә ике тапҡырҙан күберәккә артҡан
       һәм уны рәсәйлеләрҙең 15 проценты ҡулланып ҡараған.
       Табибтарҙы бөгөн наркоманияның ныҡ "йәшәреүе" лә оло хафаға
       һала. Бөгөн илебеҙҙә үҫмерҙәрҙең 20,3 проценты наркотик ҡу лланырға өлгөргән. Был тилетркес менән мауыға башлаған ҡыҙ һ әм малайҙарҙың уртаса йәше 14 тирәһе генә. Һуңғы ваҡытта хат та 8-10 йәшлектәрҙең дә был "рәхәтлек дарыуын" тәмләп ҡарауы
       асыҡланды. Һуңғы йылдарҙа наркомандар араһында үлем осраҡт ары биш тапҡырға артһа, балаларҙың үлеме 42 тапҡырға юғарыра ҡ күҙәтелә.
       Наркоманияның ҡот осорғос ҡурҡыныстарынан ҡасандыр "тимер
       шаршау" артына йәшеренп кенә ҡотола алған Рәсәй, хәҙер шул уҡ АҠШ, Колумьғбия йәки Афғанстан кеүек, донья наркосистемаһ ыныңбер өлөшөнә әүерелде. Әгәр тиҙ арала илебеҙҙәге наркоенә йәтселектең үҫшен түбәнәйтмәһәк, Рәсәйҙең донья кимәлендә ал ға сығырына шик юҡ. Рәсәйҙә һуңғы ун йыл эсендә генә наркотикка бәйле енәйәттә р өһаны - 15, ә уның менән сауҙа итеү - 80, төркөмләп енәйәт
       ҡылыуҙар 9 тапҡырға артҡан. РФ Наркотик һәм психотроп матд әләр әйләнешенә контроллек итеүсе федераль хеҙмәте ун ай эс ендә илебеҙҙә утыҙ дүрт мең наркоенәйәт ҡылыуын асыҡлаған.7 4 йәшерен химик лаборатория һәм уны законһыҙ рәүештә әҙерл әү менән шөғөлләнгән 1300 урын ителгән.
       Башҡортостанда йыл башыан 338 енәйәт эше асыла. Үткән аҙн ала ғына Рәсәйҙең Наркотиктарҙың законһыҙ әйләнешенә контро ллек итеүсе федераль хеҙмәте идаралығы хеҙмәткәрҙәре тарафы нан БР буйынса 15 енәйәт эше ҡуҙғатыла. Биш ай эсендә 52 кил ограмма наркотик, шул уҡ иҫәптән 17 кило героин юҡ ителә. Х әҙер республикала "Мәк" оператив - профилактика операцияһы ү ткәрелә. Республикала наркотиктарҙың законһыҙ рәүештә тарат ылыуына бәйле енәйәттәрҙе асыҡлау һәм уның юлдарын киҫеү оп ерацияның төп маҡсаты булып тора. "Мәк" операцияһы сиктәренд ә наркотик матдәләре булған үҫемлектәрҙе сәсеү, үҫтереү һ әм таратыу менән шөғөлләнеүселәрҙе табып, мотлаҡ яуаплылыҡҡа
       тарттырасаҡтар.

Владимир Шакиев.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал