6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Мәҙәниәт // Конкурстар

"Ирәндек моңдары" сәхнә түрен биҙәрҙәй һәләтле йырсылар ҙы асты
06.07.04


       "Ирәндек моңдары - 2004" етенсе республика конкурсында б ыйыл 108 кеше ҡатнашты. Был иһә оҙон көйҙәрҙе башҡарыусыларҙ ың йәш тамырлы һәм киләсәкле булыуына ишара яһаны. Конкурстың географияһы, республика төбәк - ара сиктәрҙән сығ ып, донья кимәленә таныла барыуы ла йыр бәйгеһенең мәртәбәһе н күтәрҙе. Тәүге бәйге үткәрелеүгә теүәл ике йыл үтеп тә икә н. Был ваҡыт эсендә, ҡатанашыусылар исемлеге буйынса фекер й өрөткәндә, конкурсанттарҙың йәше үҙгәргән - 20 йәшкә тиклем ге таланттар байтаҡ. Ҡатнашыусыларҙың географияһы ла киңәйг ән - Рәсйҙең төрлө төбәктәренән килгән йырсылар һаны ла арт ҡан. Әйткәндәй, быйыл сибайҙар конкурсты үҙ көстәре һәм үҙ иңдәре ндә генә үткәрергә ҡарар иттеләр. Быға БР Милли сәйәсәт һәм
       мәҙәниәт министрлығында ла ҡаршы булманылар - ни тиһәңдә тө рлө байрамдарҙы ойоштороу буйынса ҡала бай тәжрибәһе менән а йырылып тора.
       Йырсылар араһындағы бәйге беренсе тапҡыр Арыҫлан Мөбәрәков
       исемендәге Сибай дәүләт башҡорт драма театрында барыуы ла конкурстың яңылығы булып тора.
       Исеме бөтә доньяға киң билдәле япон ғалимы, профессор Ка зуюки Тангимотоның япон халҡының традицион йыры ойвакэ менән
       башҡорт оҙон көйө араһында оҡшашлыҡ һәм уртаҡлыҡ барлығын тағы ла бер тапҡыр иҫбатлар өсөн конкурсҡа килеүе шуны дәлил ләй. Абруйлы жюри йыр бәйгеһенә килеүселәрҙең һәләтенә ғәҙел баһ а бирҙе. Өлкәндәр аарһында Өфө сәнғәт училищеһының Сибай фил иалы студенты Марсель Ҡотоев Гран -приға лайыҡ булды.Ғаяз Ғә йетбаев (Сибай) - 1се, Ағиз Ғиззәтуллин һәм Раушания Юнысов а (Бөрйән) - 2-се, Баязит Байназаров, Әлфина Сафина 3-сө ур ындарҙы яуланы. Һәүәҫкәрҙәр араһында Өфө егете Илшат Шәйхулл ин үҙен өлгөрөп еткән йырсы, сәхнә оҫтаһы итеп күрһәтте. Уға
       бер тауыштан беренселекте бирҙеләр.

05.07.2004
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал