6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Иҡтисад // Эш хаҡы

Эш хаҡын түләмәүселәрҙе - яуапҡа!
23.06.04


       БР Хөкүмәте Премьер - министры Рафаэль Байдәүләтов р әйеслегндә үткәрелгән республика кәңәшмәһендә эш хаҡы буйын са бурысты түләү хаҡында һүҙ барҙы. Әгәр былтыр бурыстар өс
       тапҡырға кәметелһә, быйыл хәлдәр бер аҙ үҙгәрҙе. Һәм яҡшы яҡҡа түгел. Йыл башынан алып бурыс ай һайын артып, 1 июнгә 4 49, 5 миллионға етте. Быйыл республика Прокуратураһы эш хаҡы
       түләмәү осраҡтары буйынса 34 енәйәт эше ҡуҙғатҡан. Күңелһеҙ
       статистикала Октябрский, Кумертау, Салауат, ибай, Бөрө, Әбй әлил, Асҡын, әЛшәй, Балаҡатай, Дыуан һәм башҡа ҡала һәм райо ндар, Өфө ҡалаһының Ленин, Киров, Октябрь һәм Совет райондар ы билдәләнде. Тикшереүҙәр барышында предприятие етәкселәренең эш хаҡын тү ләмәү финанс ауырлыҡтарға түгел, ә уларҙың яуапһыҙлығына бәй ләнгән булыуы асыҡланды. Мәҫәлән, Нуриман районында шәхси аг рофирма директоры хеҙмәткәрҙәре менән үҙ ваҡытында иҫәпләшм әй. Баҡһаң, аҡса машина алыуға киткән, уныһы ла етәксе исеме нә теркәлгән. Салауат прокуратураһы "Салауат махсуслаштырылған монтаж идар алығы" муниципаль унитар предприятиеһы башҡарылған эш өсөн 1,5 миллион һумлыҡтан ашыу вексель алыуын асыҡланы. Әммә ул
       бухгалтер отчетлығында сағылдырылмаған. Векселдәр ҡулаҡсаға
       әйләндерелгән, ә ул хеҙмәткәрҙәргә эш хаҡы түләүгә түгел, ә
       башҡа маҡсатта файҙаланылған. Һөҙөмтәлә етәксегә ҡаршы енәй әт эше ҡуҙғатыла.
       Бындай миҫалдар байтаҡ. Йөҙҙән ашыу етәксегә штраф һалынған ,ә 17 директор прокурор инициативаһы менән дисквалификацияла нған - уларға өс йылға тиклем етәксе вазифаларын биләү тыйыл ған.
       Шулай итеп, эш хаҡы түләргә яратмаған етәкселәргә ҡарата за кон көсө ҡулланыла башланы, был, моғайын, хәлде яҡшыртыр.

Эльвира Латыпова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал