6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Мәҙәниәт // Музейҙар

Музей - тарих сағылышы
21.06.04


       Тарихыбыҙ сағылышы, республикабыҙ йылъяҙмаһы булған Башҡ ортостан Республикаһы Милли музейы яңыртылғандан һуң, ишектә рен асты.
       1864 йылда уҡ Өфө губернаһы мзейы булараҡ нигеҙ һалынға н тарих йортонда халҡыбыҙҙың йәшәү рәүешен, тормошон, көнкүр ешен сағылдырған 125 меңдән ашыу экспонат тупланған.
       Республикабыҙҙа музей эшен үҫтереүгә, рухи хазиналарҙы һаҡ лар ҡалыуға ҙур иғтибар бүленә. БР Президентының 2001 йылдағ ы "БР Милли музейы тураһында" Указына ярашлы башланған реко нструкция эштәре бөгөнгәсә дауам итте. Республика бюджетынан
       ремонт эштәренә 120 миллион һум аҡса бүленде. Ҡыҫҡа ғына ва ғыт эсендә директор Ғәли Вәлиуллин етәкселегендәге музей кол ективы бинаның тышҡы күренешен дә, эске биҙәлешен дә танымаҫ лыҡ итеп үҙгәртте, тарих туҙанын үҙендә һаҡлаған бихисап ҡим мәтле ҡомартҡыларҙы тәртипкә килтереп, уларҙы өр -яңынан бал ҡытты.
       Музейҙы асыу тантанаһында ҡатнашҡан БР Президенты Мортаза Рәхимов бындағы илаһи гүзәллекте күреп һоҡланыуын йәшермәне.
       Утыҙҙан ашыу залдан торған музейҙа республиканың боронғо д әүерҙән алып бөгөнгөсө тарихы һынлана, таш быуат дәүерен са ғылдырған археологик экспонаттар, мамонт һөйәктәре, һауыт -һ абалар күҙҙең яуын алып тора. Мәмерйә рәүешендә эшләнгән таш
       һалҡындығлығы бәреп торған залға килеп инеү менән үҙеңде бо ронғо дәүерҙә һымаҡ хис итәһең.
       Башҡортостанда йәшәүсе халыҡтарҙың милли кейемдәрен, йәшәү
       рәүешен сағылдырған экспозициялар ҙа ҙур ҡыҙыҡһыныу уята.

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал