6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Иҡтисад // Сәнәғәт

Ит һәм колбасаға беҙҙең кеҫәләр тар булырмы ни
09.06.04


       Әйҙәүсе Рәсәй эксперттары фекеренсә, тиҙҙән ит һәм ко лбаса кеүек аҙыҡ - түлеккә беҙ яҡын да бара алмаясаҡбыҙ. Сөн ки ай һайын уларға хаҡтар артҡандан арта бара. Бының сәбәбе
       ябай - беренсе июндән алып Рәсәй ветеринарҙары сит ил ит етештереүселәренең, оҙаҡ ҡына инәлгәндән һуң да, берҙәм сер тификаттар булдырмауы сәбәпле Европанан ит индереүҙе тыйҙы.
       Бындай хәлде беҙҙең етештереүселәр, әлбиттә, файҙаланып ҡа лырға тырышасаҡ. Сик буйында ит тултырылған фуралар туҡтатыл ды...
       Әлбиттә, килеп тыуған сетерекле хәл ике яҡ өсөн дә фа йҙалы түгел. Әгәр импортерҙар Рәсәй баҙарында үҙ урынын юғ алтып, оло зыян күрһә, беҙҙең өсөн дә "ит проблемаһы" шыма ғына үтмәйәсәк. Сөнки хаҡта ҡырҡа юғарыға күтәрелә. Бөгөн б еҙҙең илебеҙҙә йылына 5 тонна ит етештерелә, халыҡтың ихтыяж ын ҡәнәғәтләндереү өсөн сит илдәрҙән өҫтәмә рәүештә ике то нна индерелә.
       Эксперттар әйтеүенсә, берҙәм сертификаттар булдырыу мәсьә ләһе тағы ла бер айға һуҙылһа хаҡтарҙың күтәрелеүе шик тыуҙ ырмай.
       Беҙҙең республикала иһә бынан ҡурҡырға ярамай. Башҡорто стандың ауыл хужалығы продукцияһы етештереүселәре итте кәрәк ле күләмдә әҙерләй. Бөгөн баш ҡала баҙарҙарында һыйыр ите уртаса 60 - 85 һум тора, сусҡа - 70 - 95 һәм ҡош ите 55 -
       63 һум.

Ләйсән Хәйретдинова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал