6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Иҡтисад // Төҙөлөш

Ҡаҙаяаҡ карьерында ваҡлау - сорттарға айырыу комплексы файҙ аланыуға тапшырылды
09.06.04


       Һигеҙенсе июндә Башҡортостан Республикаһы Президен ты Мортаза Рәхимов һәм БР Премьер - министры Рафаэль Байдәү ләтов эш сәфәре менән Иглин районында булды. Бында Ҡаҙаяҡ к арьерында ваҡлау - сорттарға айырыу комплексы файҙаланыуға
       тапшырылды.
       Комплекстың проект ҡеүәте йылына 250 000 куб. метр ҡырс ынташ тәшкил итә һәм Өфө ҡалаһындағы юл - төҙөлөш ойошмалары ның асфальт етештереү һәм юлдар һалыу ихтыяжын тулыһынса ҡә нәғәтләндерәсәк. Комплекс төҙөлөшөнә 95 миллион һум инвестиц ия һалынған, линияның бий йылда уларҙы кире ҡайтарылыуы күҙа ллана.
       Киләсәккә карьерҙа быраулау - шартлатыу участкаһы булдыры у, минераль порошок, эзбиз оно етештереү өсөн яңы цех төҙөү һәм ҡормалдар һатып алыу, унан һуң тимер юл тармағы төҙөү пл анлаштырылған.
       Мортаза Рәхимов Ҡаҙаяҡ карьерын сафҡа индереү буйынса Ө фө ҡалаһы хакимиәтенең ролен билдәләне, төҙөүселәр һәм монта жсыларҙың тырышлығын юғары баһаланы. Бынан тыш республика ба шлығы Оло Тәләк һәм Красный Восход ауылдарында йәшәүселәрг ә уңайһыҙлыҡ килтермәү өсөн ҡырсынташ ташыусы йөк автомашин аларына айырым юл төҙөргә кәрәклеген билдәләне.
       - Республикала ҙур юл төҙөлөшө алып барыла . Төҙөлөш ма териалдары етештереү асфальт һәм ҡырсынташ менән тотороҡло тәьмин итеү өсөн ҡулланыу урынына яҡын булыуы мөһим. Яҡшы юлдар һәр ваҡыт кешеләр именлеге, уларҙың тормош сифаттарын
       яҡшыртыу тураһында дәүләт сығанағы булып тора.- тине ул.
       Шул уҡ көндө Мортаза Рәхимов Шакшала яңыраҡ асылған "По лушка" магазин селтәре эше менән танышты. Өфө ҡалаһының хак имиәт башлығы Павел Качкаев магазиндағы тауарҙарҙың һикһән проценты республикала етештерелеүе, өҫтәмә сауҙа хаҡы 5 - 10 процент тәшкил итеүе, шуға күрә микрорайонда йәшәүселәр
       бында ихлас йөрөйҙәр.
       Эш сәфәрендә республиканың Төҙөлөш, архитектура һәм тран спорт буйынса дәүләт комитеты рәйесе Хәмит Мәүлийәров, Иглин
       районы хакимиәте башлығы Ришат Исхаҡов һәм башҡалар ҡатнашт ы.

Марина Шумилова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал