6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Иҡтисад // Тышҡы бәйләнештәр

Өфөлә "Чехия - һеҙҙең милли партнер" күргәҙмәһе асылды
09.06.04


       Чехия Республикаһының асылған күргәҙмәһе "Чехия - һеҙҙ ең милли партнер" тип исемләнгән.
       Был сараның оло әһәмиәткә эйә булыуын күргәҙмәне асыуғ а ике яҡтан да юғары вазифалы вәкилдәр килеүе асыҡ күрһәтеп
       тора. Мәҫәлән, Чехия Республикаһынан финанстар министры уры нбаҫары Владислав Зелинка, Рәсәй Федерацияһында Чехия Респу бликаһы илсеһе Ярослав Башта, күргәҙмә директоры Ян Гроник,
       "Восток" берләштерелгән сауҙа палатаһы директоры Йосеф Чер ны, "Прогрес Партнерс" фирмаһы директоры Франтишек Кочи һәм башҡалар. Республиканан иһә Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтайы рәй есе Константин Толкачев, БР Хөкүмәте Премьер - министры ур ынбаҫарҙары Фидус Ямалтдинов һәм Борис Колбин, БР Иҡтисади
       үҫеш һәм сәнәғәт министры Валентин Власов, БР Сауҙа - сәнәғ әт палатаһы рәйесе Борис Бондаренко ҡатнашты.
       Күргәҙмәлә Рәсәй һатып алыусыларына электән таныш булға н "Яблонекс" фирмаһы етештергән бижутерия, "Прециосс" фирмаһ ының гәлсәр люстралары, "Порцула" фарфоры тәҡдим ителә.
       Нефтселәр мәҙәниәт һарайында үткән күргәҙмәлә утыҙҙан а шыу фирма ҡатнаша. Фирмалар араһында Беренсе Чехословакия -
       Рәсәй банкыһы ла бар. Был банк Рәсәй һәм Чехия араһында тө ҙөлгән дәүләт - ара программаларҙы хеҙмәтләндерә. Ҙур экспоз ицияны биләгән "Чермона" фирмаһы етештергән төрлө модификаци ялағы газ ҡаҙандары шәхси йорттарҙа йәшәүселәрҙә ҙур ҡыҙыҡһы ныу уятты.
       Чехия Республикаһында сығарылған билдәле "Шкода" автомоби лдәре һәм "Кароса" автобустары Нефтселәр мәҙәниәт һарайы эрг әһендә урын алды.
       Чехия Республикаһының милли күргәҙмәһе Башҡортостан Республ икаһында тәүгә тапҡыр уҙғарыла. Ә бына Рәсәй буйынса бындай
       күргәҙмәләр йыш ойошторола. Мәҫәлән, ике аҙна элек "Кароса"
       автобустары Кемерово, Томск, Омск, Новосибирск, Силәбе ҡала ларында күргәҙмәләрҙә булған.
       Күргәҙмә ваҡытында "Яблонекс" фирмаһы моделдәре үҙ тауарын
       сәхнәнә күрһәтеп, һатып алыусыларҙы ылыҡтырһа, "Явроник" че х фольклор төркөмө шаян йырҙары менән күргәҙмәлә ҡатаншыусыл арҙың кәйефтәрен күтәрҙе.

Әлфиә Шәрәфетдинова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал