6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Иҡтисад // Банктар

Башэкономбанк: баҙарҙа 10 йыл
06.08.03


       Башэкономбанк ошо көндәрҙә үҙенең ун йыллыҡ юбилейын билдәлә й. Банк өсөн ун йыл күпме әллә аҙмы Был һорауға яуап бирер өсөн беҙҙең илдең иҡтисады ниндәй финанс тетрәнеүҙәр аша үтк әнен, ҡайһы бер банктар өсөн үлемесле булған көрсөктәр рәтен
       иҫкә төшөрөп үтергә кәрәк. Һәр кем кредит учреждениелары ө сөн "ҡара" булған 1994 йылағы тәүге дефолтты хәтерләй. Һүңын ан ҡыҙғаныс билдәле 1998 йыл етте. Был банктарҙың ер өҫтөндә
       ныҡлы баҫып тороуҙарын тикшереү өсөн ысын һынау булды. Кем әйтмешләй, тәбиғи һайлап алыу булып үтте: иң көслөләре генә аяҡ өҫтө ҡалды. Башэкономбанктың барлыҡҡа килеү сығанағы төҙөүселәрҙең еңел ҡулынан башланып китте. Банк етәкселәре -- "Крупнопанельное домостроение" асыҡ акционерҙар йәмғиәте тип аталған гигант т өҙөлөш индустрияһынан сығыусылар. -- Төҙөлөш комплексын күтәрергә кәрәк ине, ә батып барыусыла рҙы ҡотҡарыу уларҙың үҙ эше булғанлыҡтан беҙ үҙ банкыбыҙҙы т өҙөргә булдыҡ, -- тип хәтерләй банк етәксеһе Евгений Савченк о. "Башэконом"дың тәүге клиенттары "КПД" структураһына ингән
       27 ойошма ине. Хәҙер иһә банк меңдән ашыу төрлө предприятие ны хеҙмәтләндерә. Ул теләүселәргә банк хеҙмәтләндереүенең ба р комплексын тәҡдим итә, әммә эшмәкәрлегенең төп йүнәлеше бу лып ипотека ҡала. Әйткәндәй, банк Өфө ҡала ипотекалы кредитлау агентлығының ағ заһы булып тора. Банк менән агентлыҡ тығыҙ бәйләнештә бына и нде дүртенсе йыл эшләйҙәр. Был ваҡыт эсендә өфөлөләр меңгә я ҡын ипотекалы кредит алдылар. Башэкономбанктың тағы бер ғорурлығы "Народный" пенсия фонды.
       "Был беҙҙең "алтын" программабыҙ"" ти Евгений Савченко. Фонд граждандарҙы өҫтәмә пенсия менән тәьмин итеү маҡсатында
       төҙөлгән. Һәр кем үҙ аҡсаһының бер өлөшөн фондҡа һалып бары п, хаҡлы ялға сыҡҡас дәүләт биргән пенсияға ярайһы ғына өҫтә мә ала ала. Әйткәндәй, был өҫтәмәнең ҙурлығы гражданиндың үҙ енән тора. Бөгөн Башэкономбанк яңы поекттар өҫтөндә эшләй. Күптән түгел Өфөнөң "8март" фабрикаһы акцияларының 75 процентын һатып алд ы. Банкирҙарҙың планында предприятиены сауҙа - етештереү ком плексына әйләндереү. Әлегә Өфөлә Башэкономбанктың ике филиалы бар. Әммә йыл аҙа ғына башҡалала ике бүлек асыу планда тора.

Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал