6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Иҡтисад // Эшҡыуарлыҡ

Баш ҡалала эшҡыуарҙар өсөн "Капитал" үҙәге асылды
07.06.04


       Ошо көндәрҙә республика эшҡыуарҙары тормошонда үтә мөһим в аҡиға булып уҙҙы - Өфө ҡалаһында "Капитал" бәләкәй эшҡыуарл ыҡ үҙәге асылды. Уны асыу тантанаһында БР Президенты Мортаз а Рәхимов, БР Хөкүмәте Премьер - министры Рафаэль Байдәүләто в, Өфө ҡалаһы хакимиәте башлығы Павел Качкаев һәм башҡа рәсм и вәкилдәр ҡатнашты. Үҙәу баш ҡаланың Карл маркс менән Черны шевский урамдары киҫешкән ерҙә, элекке "Уфаселтмаш" заводы у рынында урынлашҡан.
       2001 йылда БашҡортостанПрезиденты бойороғо менән заводт ың буш торған һәм ярым емерек биналары БР Бәләкәй эшҡыуарлы ҡҡа ярҙам итеү һәм үҫтереү фондына тапшырылғайны. Ике йыл бу йы барған төҙөлөш эштәренә 130 миллион һум аҡса тотонолған. Бөтә эштәр ҙә эшҡыуарҙар иҫәбенә башҡарыла. Реконструкциялас аҡ биш корпустың дөйөм майҙаны - 21080 квадрат метр. Бөгөн ү ҙәктең беренсе корпусы тулыһынса әҙер. Унда төҙөкләндереү эш тәренә үҙ өлөшөн индергән 27 эшҡыуар эшләй башлаған да инде.
       Әлеге көндә бинаның буласаҡ хужалары менән 95 килешеү төҙөлгән. Ҙур майҙанды биләгән комплекста төрлө фирмалар, кү ргәҙмә һәм конференц - залдар, китапханалар, уҡыу бүлмәләрәе , кафе һәм ресиорандар урынлашасаҡ.

Любовь Колоколова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал