6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Мәҙәниәт // Театрҙар

Йәштәр театрында - "Рейтинг - 2004"
03.06.04


       Милли йәштәр театры фойеһында сыйырсыҡ ояһы ҡуйылды. Н и өсөн тиһегеҙме Бының сәбәбен стеналағы плакат аңлата: " Хөрмәтле тамашасылар! Ун дүртенсе сезон тамаланыу сәбәпле,
       беҙҙең сығыштарыбыҙҙы баһалауығыҙҙы үтенәбеҙ".
       Бер ай буйы тамашасылар үҙҙәренең теләктәрен белдереп, төрл ө төҫтәге бланкаларҙы сыйырсыҡ ояһына йыя барҙы. Ә номинация лар күп төрлө ине.
       Мәҫәлән, "Шәхси мөнәсәбәт".
       - А.Ганичев һәм Р.Фатхиев - иң яҡшы актерҙар.
       - Андрей Ганичевты үлеп яратам. Ул -суперталант эйәһе!
       - Барыһына ла оло рәхмәт. Беҙҙең артистарыбыҙ бына тигә н!
       - Супер! Супер! Супер!
       - Багираның дуҫы Окелло иң яҡшы актер!
       Икенсе номинация "Театрға яҡшы ҡараш"
       - Иң крутой театр!
       - Сәхнәләге барған тормоштоң бер өлөшө итеп тояһыҙ үҙеңде !
       - Афарин!
       - Спектаклдәр бик матур һәм уларҙың барыһы ла музыкаль!
       - Һеҙҙә бик һәйбәт!
       - Бында тағы һәм тағы килге килеп тора!
       _ Заманса әҫәрҙәр булыуы яҡшы.
       Өсөнсө номинация " Ҡәтғи тәнҡит": - Эксперименталь әҫәрҙәр аҙ кеүек. - Балалар өсөн спектклдәр идеологик түгел.
       "Конструктив тәҡдимдәр" - Студенттар өсөн ташлама индереү кәрәк.
       - Шаян капустниктар күберәк булһын ине. - Креатив пьесалар күберәк кәрәк.

Элла Молочковецкая.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал