6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Сәйәсәт // Конфликттар

Сауд Ғәрәбстаны ни өсөн язалана
03.06.04


       "Әл - Ҡаидә" террорсылары Сауд - Ғәрәбстанындағы нефтсе ләр ҡалаһы Эль - Хубарҙа ойошторған ҡанлы һуғыш, ҡайһы бер с әйәсмәндәр иҫәпләүенсә, иҡтисад нигеҙендә ике донъя һуғышы ғ ына түгел. Террорсылар артында тороусыларҙың маҡсаты ябай - "ҡара алтынға" юғары хаҡ, тимәк, юғары килем. Үҙҙәренең ҡат ы хәрәкәтен улар Көнбайыштан ҡалған донъяға ҡулланыусыларса ҡарашы өсөн түләтеү тип аңлата. "Ҡара алтынға" хаҡ - иҡтисад
       үҫеше темпының иң яҡшы индикаторы булып тора.
       Ике аҙна элек Сауд Ғәрәбстаны бер яҡлы тәртиптә экспортты
       тәүлегенә бер ярым миллион баррельгә арттырырға вәғәҙә иткә йне. Ә үткән аҙнала ОПЕК президенты Пурномо Юсгианторо карте ль нефть табыуҙы 10 процентҡа арттыра ала тип белдерҙе.
       Күрәһең, ошо инициативаһы өсөн Сауд Ғәрәбстаны теракт фор маһында яза алғандыр ҙа инде.
       Ниңә террорсылар сит илдең нефть компанияларына һөжүм итә,
       ситтән килгән белгестәрҙе үлтерә ( Ираҡ варианты), йәғни ал тын йомортҡа һалған тауыҡҡа дәғүә итә тигән һорау урынлы, әл биттә. Яуап ябай - нефть аҙыраҡ табылған һайын ҡиммәтерәк то ра. Ә беҙҙең яҡташтарыбыҙҙың Ираҡтағы өлгөһө юғары эш хаҡы ө сөн ғүмереңде ҡурҡыныс аҫтына ҡуйырға ла мөмкинлекте күрһәтә . Тимәк, бер нисә йөҙ юғары эш хаҡы алыусы белгестәр нефть т абыуҙы кәрәкле кимәлдә тота алыр ине.
       Сауд терактынан һуң Европа, Азия һәм Тымыҡ океан биржалар ы шымып ҡалды. Ә Нью - Йорк фонд биржаһын биҙгәк тота башлан ы. Төп фонд индекстары сит ил белгестәренә ҡаршы террор һөжү мен иғтибарһыҙ ҡалдырманы - улар 0,13 процент кимәлендә түбә нәйҙе.
       Барыһынан сығып түбәндәге һөҙөмтәгә килергә була: Көнбайыш
       Европа, Азия һәм Америка илдәрендә "Әл - Ҡаидә" халыҡ - ара
       террорсы ойошманың ҙур банк иҫәптәрен асыҡлау һәм "туңдырыу ", билдәле, уның сәйәси ситуацияға тәьҫир итеү, ҙур терактта р ойоштороу мөмкинселеген ҡыҫҡартты һәм финанслауҙың яңы сығ анаҡтарын эҙләргә мәжбүр итте. Береһенең башына үҫешкән илдә рҙе "һауыу идеяһы ла килеүе итимал - террорсылыҡҡа ҡаршы көр әшеүселәр террорҙы финанслай. "Әл - Ҡаидәнең" логикаһы аңлаш ыла - нефткә юғары хаҡтар Америка һәм Европаны аҡса түгергә мәжбүр итәсәк. Шул уҡ ваҡытта ғәрәп нефтен ҡулланыусылар тел әйҙәрме - юҡмы, үҙ дошманын финанс менән тәьмин итә. Америка ның, Ираҡта башланған операциянан һуң барлыҡҡа килгән кире и миджы ла террорсыларға ярҙам итә.

Сергей Жердяев.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал