6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Социум // Яҙмыш

Джамбулдың күңелле автобусы
03.06.04


       Таныш булмаған кешегә йылмайыу, яҡшы кәйеф бүләк итеүҙең бер ҡыйынлығы ла юҡ кеүек, әммә был һәр кемдең ҡулынан килмә й шул. Әгәр өфөлөләр үҙҙәренең иң яратҡан водителдәрен һайла һа, ул һис шикһеҙ Джамбул булыр ине. 75 - се маршрут буйынса
       йөрөүселәр уны бик яҡшы белә. Бындай мөләйем кешене иҫтә ҡа лдырмау мөмкин түгел.
       Бына күҙ алдығыҙға килтерегеҙ, эш көнөнән һуң, арып - тал ып, асығып ҡайтырға сығаһығыҙ. Яҡшы кәйеф тураһында һүҙ йөрө төргә лә түгел. Ә водитель һеҙгә тиктомалдан матурҡай тип өн дәшә, быға өҫтәп йыр йырлап ишеттерә, йә көләмәс һөйләй. Һәм
       оптимстҡа әйләнгәнеңде һиҙмәй ҙә ҡалаһың, донъя ла матур бу лып күренә башлай.
       Джамбул Өфөгә Грузиянан 1989 йылда килә һәм үҙе менән Кав каздың ҡыҙыу ҡояшын һәм көньяҡ халҡының мөләйемлелеген дә ал ып килә. Башта ул училищела, һуңынан тағы бер йыл нефть унив ерситетында уҡый. Тик артабан уҡыуҙы онотоп, ғаилә тураһында
       хәстәрлек күрә башларға тура килә егеткә. Ҡатыны Әлфирә мен ән Джамбул Ағиҙел буйында таныша. Хәҙер улар ике бала - өс й әшлек ҡыҙ һәм һигеҙ айлыҡ ул үҫтерә. Бер һүҙ менән әйткәндә,
       Өфө ҡалаһы Джамбул өсөн ысын мәғәнәһендә тыуған ҡалаға әйлә нә. - Бында кешеләр һәйбәт, - ти ул, - бына телевизорҙан М әскәүҙә Кавказ халҡына мөнәсәбәтте күреп хайран ҡалам. Өфөлә
       нисә йыл йәшәйем, әммә үҙемә ҡарата тупаҫ мөнәсәбәт һиҙгәне м юҡ. Үҙемдең даими пассажирҙарымдың күбеһен йөҙгә беләм. Ә Һупайлы баҙарына барһаң инде, барыһы ла һаулыҡ һораша, йылма йып торалар.
       Джамбул үҙенең төп һөнәрен артист һөнәре менән ҡушып башҡ ара тиергә булыр ине. Уның насар кәйефле сағы бик һирәк була , ә халыҡ менән аралашыу теләге бер ваҡытта ла һүрелмәй. Даи ми пассажирҙары уның репертуарын яттан белә һәм ул нигеҙҙә э кспромтҡа ҡоролған тиҙәр. "Водителгә аҡса бирегеҙ, теләмәһәг еҙ, сәләм ебәрегеҙ!", "Хөрмәтле пассажирҙар, ҡайғырмағыҙ, бе ҙ икенсе юлдан китәсәкбеҙ һәм барыһы ла һәйбәт буласаҡ"( был
       юлда тығын барлыҡҡа килгәндә) һәм башҡалар. Уның Көнсығыш с тилендәге шаяртыуҙары, ҡабатланмаҫ Кавказ акценты менән йырл анған йырҙары салонда ниндәйҙер айырым бер атмосфера булдыра . Халыҡ йылмая башлай, башта тәҙрәгә боролоп үҙ алдарына йыл маялар, һуңынан асыҡ йөҙ менән бер береһенә ҡарап көлөшәләр,
       кемдер водитель менән һөйләшә башлай, башҡалары барлыҡ проб лемаларын онотоп, уларҙы тыңлай. Джамбулдың мөләйем йылмайы уы алдында иң тупаҫ әҙәмдәр, хатта иң мыжыҡ ҡарсыҡтар ҙа ба ҙап ҡала.
       Беҙ барыбыҙ ҙа бер төрлө, һәр ваҡыт ҡайҙалыр ашығабыҙ. Өл гөрөр өсөн маршрут автобусына һикереп менәбеҙ, һикереп төшөп
       ҡалабыҙ. Бер мәлгә туҡтап, уйланһаҡ ине: бер - беребеҙҙе эт ә - төртә ҡайҙа ашығабыҙ 75 - се маршрут автобусы пассажирҙ ары өсөн Джамбул психотерапевтҡа тиң. Ә башҡа пассажирҙарға mhlә эшләргә һуң Бындай уникаль водителдәр бөтә ҡалаға күп булһа бер - икәүҙер. Хәйер, проблеманан сығыу юлы бар - депр ессиянан йонсоғандарға һәм пессимистарға ваҡыт табып 75 - се
       маршрутта телеүҙәктән Һупайлыға барып ҡайтырға кәңәш бирәм.
       Юл аҙағында күңелле кәйеф гарантиялана.

Екатерина Волкова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал