6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Социум // Фән

Ҡрыҡты һыртында үҫкән ҡарағасҡа алтынсы быуат китте
05.08.03


       Башҡортостанда иң ҡарт ҡарағас Әбйәлил районындағы Ҡрыҡты һы ртында үҫә. Өфө ботаника баҡсаһы - институтында эшләүсе ғали м - дендрохронолог Сергей Кучеров ошондай һығымтаға килгән. Һуңғы ике йыл эсендә ул был ағасты күҙәтеп, уның олон һәм яп раҡтарына тикшереүҙәр үткәргән. Махсус бур ярҙамында Өфө ғал имы был ағастың йәшен билдәләүгә өлгәшкән -- Сергей Кучеров фекеренсә, ҡарағасҡа 530 йыл самаһы. Ағастың осон йәшен атып
       яндырған, шуға ҡарамаҫтан уның оҙонлоғо 30 метрға етә, диам етры -- 85 сантиметр тәшкил итә. Түш тапҡырында киңлеге ике ярым метр. Сергей Кучеров әйтеүенсә, был ағасҡа улар дуҫы - биолог Михаил Гордеев менән экспедиция ваҡытында тап булала р. Сергей элек тә оҙаҡ йәшәүсе ағастарҙың йәшен билдәләү мен ән шөғөлләнгән. Мәҫәлән, бер нисә йыл элек Ирәндек тауы бите ндә ул сама менән 1528 йылдан башлап үҫеүсе ҡарағасты тапҡан
       ине. Унан алдараҡ, 1976 йылда Уралда билдәле дендрохронолог
       Степан Шиятов 1520 йылғы ҡарағасҡа тап булған. Ул ваҡытта п рофессор Шиятов Өфөлә эшләй ине әле, хәҙер ул Екатеринбургта
       Урал университеты кафедраһын етәкләй. Сергей уның аспиранты . Әйткәндәй, биологияға һәм, ғөмүмән, дендрохронологияға уны
       атаһы, бөтә илгә билдәле ғалим - биолог, үләндәр донъяһының
       арымаҫ - талмаҫ һаҡсыһы Евгений Кучеров. -- Ағастың дөрөҫ йәшен билдәләү өсөн махсус инструмент кәрә к, ти Сергей Кучеров. -- Һәм мин ике йыл буйы уны эҙләнем. Быйыл яҙ ниһәйәт ҡырағай тәбиғәттең Бөтә донъя фонды аша Шв ейцарияла эшләнгән 80 сантиметр оҙонлоҡтағы бур алдым. Уның
       ярҙамында ағастың иң тәрән серҙәренә үтеп инеп була. Июлдә
       мин тағы ла Ҡрыҡтыға экспедиция ойошторҙом. Ҡарағас мине к өтә ине. Үлсәүҙәрҙе түш тапҡырында эшләнем. Бур ҙур һәм бәл әкәй 507 ҡулса һананы. Тимәк, ҡарағастың үҫә башлауынан ал ып 1497 йыл килеп сыҡты. Әммә ағастың йәше олон үҙәгендә ба шланған ҡулсалар һаны буйынса иҫәпләнә. Шуға күрә 25 сантим етр аҫҡа төҙәтмә яһаным, йәғни, йәшен 25 - 27 йылға арттырҙ ым һәм ағастың үҫә башлау йылы 1470 килеп сыҡты. Башҡортостан территорияһында бынан да ҡартыраҡ ҡарағас булы уы мөмкинме Сергей Кучеров был мөмкин тип һанай, әммә ул Ҡ рыҡты битләүендә табылған ҡарағастан артыҡ ҙур булмаҫҡа тей еш.

Алик Шакиров.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал