6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Иҡтисад // Күргәҙмәләр

Сананы йәй әҙерләйҙәр
28.05.04


       Республика йортонда БР Хөкүмәте Президиумының ултырышы б улып үтте. Уны республика Хөкүмәте Премьер -министры Рафаэль
       Байдәүләтов үткәрҙе. көн тәртибендә энергетика хужалығы, то рлҡа -коммуналь һәм социаль тәғәйенләнештәге обьекттарҙы 200 4 - 2005 йылдарҙа көҙгө -ҡышҡы осорҙа эшләүгә әҙерлек менән бәйле мәсьәләләр индерелде.
       - Дөйөм алғанда, республиканың энергетика системаһы һәм т орлаҡ - коммуналь хужалығы ҡулланыусыларҙы энергия һәм комм уналь хеҙмәттәр менән тотороҡло тәьмин итә.- тине Р. Байдәүл әтов.- Хәҙер энергетика ҡорамалдарын, инженерлыҡ селтәрҙәре н һәм коммуникацияларын ремонтлауға, торлаҡ фондын һәм социа ль өлкә обьекттарын үҙ ваҡыитында сифатлы әҙерләүгә, яғыулыҡ
       запастарын туплауға айырым иғтибар бирергә кәрәк.
       Көнүҙәк теманы тикшереүҙә БР торлаҡ - коммуналь хужалыҡ ми нистры Ғеман Әсәҙуллин, "Башкирэнерго" асыҡ акционерҙар йәмғ иәтенең генераль директоры Николай Курапов, ҡала һәм район х акимиәттәре башлыҡтары, министрлыҡтар, ведомстволар һәм ҡай һы бер предприятиелар етәкселәре ҡатнашты.
       БР торлаҡ - коммуналь хужалыҡ министры Ғеман Әсәҙуллин билд әләүенсә, барлыҡ планлаштырылған саралар тулыһынса үткәрелде . Урындағы бюджеттар, торлаҡ - коммуналь хужалыҡ предприятие лары һәм ойошмалары средстволары иҫәбенә башҡарылған ремонтл ау -төҙәтеү эштәре күләме аҡсалата алғанда 600 миллион һум тәшкил итте. ошо уҡ күләмдәге средстволар торлаҡ ремонтлауға
       бүленде. Үҙәкләштерелгән капитал һалыуҙар ҙа ярҙам итте. Һө ҙөмтәлә бөтә ҡала һәм райондар обьекттарында эштәр башҡарылд ы. Күрелгән саралар халыҡты йылылыҡ һәм һыу менән тотороҡло тәьмин итеү мөмкинлеген бирҙе.
       Әлбиттә, обьекттарҙы реконструкциялау өсөн ҙур капитал һ алыуҙар кәрәк. Финанс ресурстарын табыу - проблема. Шулай ҙа
       ҡайһы бер ҡалалар һәм райондар дәүләттең үҙәкләштерелгән сы ғанаҡтарынан аҡса алыу өсөн тырышлыҡ һалмай.

Элвира Латыпова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал