6 ноября 2013 г.   Главная О газете Персонал Контакты Башинформ
Социум // Йәштәр

Феминизм һәм реклама. Улар үҙ - ара килешеүгә тест
27.05.04


       Белгестәр фекеренсә, заман рекламаһы билдәле тауарҙарҙы пропагандалауҙан тыш, кешеләргә үҙ - үҙеңде тотоу, үҙ - ара мөнәсәбәт тәртибен дә раҫлай.
       ысынлап та, ҡайһы саҡта үҙенән-үҙе йәки аңлы рәүештә реклам а төрлө тормош хәлдәрендә үҙенең барлығын, уға иғтибар итеү зарурлығын күрһәтә.
       Башҡорт дәүләт университеты ҡарамағындағы Эшҡыуарлыҡтың комплексы хәүефһеҙлеге академияһы студенты Алһыу Хузиева рек ламала төшкән ҡатын -ҡыҙҙар образын фәнни яҡтан тикшергән. Уның фекеренсә, гүзәл затты реклама өлкәһендә ике төрлө стат ус та ғына төшөрәләр. Уларҙың береһе - йорт хужабикәһе, икен сеһе -енси обьект булараҡ. Һуңғы осорҙа яңы образ да осрай б ашланы - ул да булһа эшлекле ҡатын -ҡыҙ - белгес. Тәүге өлөштө ге ҡатындар даими рәүештә кер йыуы, өй таҙарта , балалар ҡарай, аш бешерә, үҙҙәрен ҡарай.
       Икенсе төрлө әйткәндә, гүзәл зат йорт мәшәҡәттәренән тыш б ер нәмәл ә эшләй белмәгән, сикләнгән кеше итеп күрһәтелә.
       Икенселәре иһә машина, ирҙәр эргһендә колготкалар рекламал ай, йә булмаһа ирҙәр хушбуйы, һуттар - уларҙың барыһ ыла яры м - яланғас килеш эшләнә.
       Әммә нисек кенә булмаһын, ҡатын -ҡыҙҙар рекламала уйнаған
       ролдәр, ти Алһыу, һуңғы осорҙа ҡырҡа үҙгәрә башланы. Мәҫәлә н, һуңғы ваҡытта улар ҡиммәтле машина йөрөтә. Улай ғына ла т үгел, ә үҙе һатып алған автола.
       Ғөмүмән, элекке стереотиптар емерелә килә. Хәҙер иһә гүзә л зат кер йыйыуҙан туҡтап, үҙен эшлекле ҡатын итеп тә күрһә тә. Тимәк, реклама эшләүселәргә тормоштағы үҙгәрештәр тураһында
       оноторға ярамай. Ҡатын - ҡыҙҙар "Тайд" порошогынан башҡа, күп нәмәләргә һәләтле.

Гөлназ Шәрәфлисламова.
Материалдарҙы күсереп баҫҡанда (тулыһынса йәки өлөшләтә)
"БАШвестЪ" гәзитенә һылтанма яһау мотлаҡ.
НОВОЕ В РАЗДЕЛАХ
Сәйәсәт Иҡтисад Социум Мәҙәниәт Хоҡуҡ Спорт

Первая интернет-газета республики Башкортостан "БАШвестЪ"
"БАШИНФОРМ" мәғлүмәт агентлығы тарафынан сығарыла
E-mail
gazeta@bashvest.ru
Телефоны
(347) 272-93-65
(347) 273-32-62
 
(347) 272-48-00
(347) 273-14-83
Мөхәрририәттең фекере автор фекере менән тап килмәүе лә ихтимал